Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Ноябрь , 14:30

"Балаларым һуғышты күрмәһен"

 Минең балаларым һуғышты күрмәһен өсөн махсус хәрби операцияла ҡатнашам”, – ти лейтенант Сердар Шакулиев.

"Балаларым һуғышты күрмәһен"
"Балаларым һуғышты күрмәһен"

 

Ул “Башҡортостан” полкының танк ротаһы  менән командалыҡ итә.  Ике аҙнаға Өфөгә ялға ҡайтҡан ваҡытында  Башҡортостан  юлдаш телевидениеһында  “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” тапшырыуында ҡатнашты.

 — Тәүге килешеүҙе 2023 йылдың февралендә төҙөгәйнем.  Ябай һалдат булып барҙым. Штурмлау бүлегенең командиры булдым. Килешеү бөткәндән һуң иҫән-һау өйгә ҡайттым.   Әммә башлаған эште тамамламаған кеүек тойғо булды.  Шуға күрә икенсегә контракт  төҙөргә булдым. “Башҡортостан” полкына эләктем. Мине Ҡазанға танк училищеһына уҡырға ебәрҙеләр.  Хәҙер танк ротаһы командиры булып хеҙмәт итәм”, – тип һөйләне ул.

Өйҙә Сердар Шакулиевты өс ҡыҙы һәм ҡатыны көтә.  Өсөнсө ҡыҙы  ул хәрби операцияға киткәс   тыуған.

 “Өйҙәгеләрегеҙ нисек МХО-ға ебәрҙе?“ тигән һорауға ул: “Тәүҙә ебәргеләре килмәгәйне. Хәҙер, моғайын, ғорурланаларҙыр. Мин махсус хәрби операцияла, иң беренсе сиратта, ғаиләм өсөн ҡатнашам, улар һуғышты күрмәһен ”,  – тип яуап бирә ул.

 Сердарҙың атаһы милләте буйынса төркмән, әсәһе  – Башҡортостандан, татар. Уның позывнойы – “Каракум”.

“Беҙҙең полкта төрлө милләт вәкилдәре бар. Бер кем дә милләткә иғтибар бирмәй. Беҙ барыбыҙ ҙа туғандар”, – ти ул.

Сердар хәрби операцияға тиклем Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә слесарь булып эшләгән.

Ҡыйыу һалдаттың “Батырлыҡ өсөн”, Суворов, Шайморатов, “Хәрбәи операцияла ҡатнашҡан өсөн” миҙалдары бар.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: