Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Ноябрь , 18:00

Юлдар төҙөк һәм хәүефһеҙ булһын өсөн

Башҡортостанда алты йыл эсендә «Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» милли проекты барышында 1700 саҡрым самаһы юл һәм 1500   метр күпер ремонтланған һәм төҙөлгән. Был эштәргә 37 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән.   

Юлдар төҙөк һәм хәүефһеҙ булһын өсөн
Юлдар төҙөк һәм хәүефһеҙ булһын өсөн

 

  «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында үткән матбуғат конференцияһы төбәктә юлдар төҙөү тармағы эшенә арналды. Брифингта транспорт һәм юл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Виктор Жульков, БР юл хужалығы идаралығы етәксеһе урынбаҫары Ришат Рафиҡов, юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәге етәксеһе Илья Крюков һәм транспорт дирекцияһы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Кирилл Бруньковский ҡатнашты.

– «Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» милли проектына ярашлы, дөйөм оҙонлоғо 40 саҡрымдан ашыу булған 15 объект , ике күпер төҙөлдө һәм реконструкцияланды. Уларҙың иң күләмлеләре – Иглин районында «Иглин – Кальтовка» юлын, Дыуан һәм Ҡариҙел райондарында «Бөрө-Таҙтүбә-Һатҡы» юлы, 8 Март һәм Комсомол урамдарын, Өфөлә Воровский урамындағы Ағиҙел йылғаһы аша күпер үткәүелен реконструкциялау, Көнсығыш сығыу юлын төҙөү һәм башҡалар, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Виктор Жульков. Башҡортостанда терәк юл селтәренә ингән трассаларҙы ремонтлауға айырыуса ҙур иғтибар бүленә. Быйыл 88 саҡрым самаһы оҙонлоғондағы ошондай юлдар ремонтланған.

– Туймазы һәм Бәләбәй райондарында Бәләбәй - Николаевка - Туймазы – Баҡалы трассаһының 10 километры, Әлшәй районында Стәрлетамаҡ – Раевка юлының 13,8 километры, Саҡмағош районында Кушнаренко – Саҡмағош − Баҡалы автомобиль юлының 3,5 километры, М – 5 «Урал» – Шишмә юлының 4,5 километры норматив хәлгә килтерелде, – тип аңлатты Ришат Рафиҡов.

 Республика халҡы өсөн күперҙәрҙе  ҙа  ремонтлау мөһим. Быйыл Архангел, Белорет, Дәүләкән, Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы, Мәсетле һәм Салауат райондарында дөйөм оҙонлоғо 373 метрлыҡ һигеҙ күперҙе норматив хәлгә килтереү планлаштырыла. Шулай уҡ Шакша күперендә ремонт эштәре дауам итә. Был ҡоролманың бөтә киңлеге буйынса хәрәкәт декабрь аҙағында асыласаҡ.

Юл йөрөүселәрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн дә ҙур эш алып барыла. Атап әйткәндә, республика юлдарында 1750 фотовидеотеркәү камераһы эшләй. Йыл һайын юл билдәләрен яңырталар, барьерлы ҡоймалар һәм светофорҙар ҡуялар, яһалма яҡтыртыу ҡоролмалары урынлаштыралар. Өфөлә Интеллектуаль транспорт системаһы индерелә.

 – 2022 йылдан баш ҡалабыҙҙың иң тығыҙ урамдарында 140 светофор объекты яңыртылды, һауа шарттары тураһында мәғлүмәттәрҙе реаль ваҡыт режимында сығарып, ике мәғлүмәт таблоһы ҡуйылды. Юл хәрәкәте менән идара итеү үҙәге булдырылды. Унан тәүлек әйләнәһенә баш ҡалала транспорт системаһы менән идара итеү тормошҡа ашырыла, – тип һөйләне Илья Крюков.  Уның әйтеүенсә, видеофиксация ҡоролмалары йылдан-йыл күпләп ҡуйылғас, водителдәргә штрафтар ҙа күп һалына. Йыл башынан юл хәүефһеҙлеге хәрәкәтен боҙған өсөн 6,2 млн ҡарар сығарылған, Юл фондына граждандандарҙан 1,965 млрд һум штраф түләттерелгән.

  Республикала халыҡ күп зарланған юлдарҙы ремонтлауға айырыуса иғтибар бүленә. Уға йыл һайын дүрт миллиард һум аҡса йүнәлтелә. Быйыл 112 саҡрым оҙонлоҡтағы 51 ошондай юл ремонтланған.

 

 

Фото: Башинформ.

                                                                                                                           

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: