"Һәр ваҡыттағыса, беҙҙең ауылдар сәләмәт тормошҡа ынтылышта берҙәмлеген күрһәтте. Конкурс барышында ауыл халҡын айыҡлыҡҡа, әүҙемлеккә өндәү, районда тормошто яҡшыртыуға йүнәлтелгән бик ҙур эш башҡарылды", - тип яҙа хакимиәте етәксеһе социаль селтәрҙә.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса беренсе урынға һәм 100 000 һумлыҡ сертификатҡа Тәүәкән ауылы лайыҡ булды.
Икенсе урында - Етеболаҡ ауылы. Уларға 70 000 һумлыҡ сертификат тапшырылды. Өсөнсөлә - Волостновка. 50 000 һумға торошло сертификат алдылар.
Марат Исҡужин яҙыуынса, әүҙем граждандар ҙа район хакимиәтенең Рәхмәт хатына лайыҡ булған.
Тәүәкәндәргә республика этабында уңыштар теләйбеҙ!
Фото: Марат Искужин