БР Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фазрахманов фестивалде асып:
— “Беҙҙең бренд” – ул изге байрам. Беҙҙең етештереүселәребеҙҙең сифатлы аҙыҡ-түлек етештереүе генә түгел, ә уны брендлай белеүе мөһим. Ҡасандыр беҙ фестивалде башлағанда матур ҡаптар ҙа юҡ ине, хәҙер бөтөнләй башҡаса, барыһы ла сағыу, матур биҙәлгән. Шул уҡ ваҡытта өлгөшелгән уңыштарҙа туҡталып та ҡалырға ярамай, беҙ баҙар шарттарына яраҡлашырға тейешбеҙ, – тине һәм фестивалдә ҡатнашыусыларға уңыштар теләне.
“Беҙҙең бренд” VIII махсуслаштырылған күргәҙмә быйыл тәүге тапҡыр халыҡ-ара статуста үтә. Унда респуликабыҙҙа етештерелгән бик күп аҙыҡ төрҙәре менән танышырға мөмкин. Күргәҙмә шуол тиклем бай:унда булмаған нәмәнең үҙе юҡтыр. Бик күп хәләл аҙыҡтарҙың булыуы һөйөндөрә. Ғөмүмән, бында иң сифатлы, иң тәмле һәм төбиғи аҙыҡ-түлектәр генә тип әйтергә мөмкин. Бер нәмәнән шикләнмәйенсә, хатта тәмләп ҡарап үҙеңә оҡшағанын һайлап алырға мөмкин.
“Беҙҙең бренд” тигәндә беҙ иң беренсе сиратта бал, ҡымыҙ, ҡорот, талҡан кеүек аҙыҡтарҙы күҙ алдына килтерәбеҙ. Әммә хәҙер был ассортимент күпкә байыған, Башҡортостаныбыҙҙа нимә генә етештермәйҙәр ҙә, нимә генә һатмайҙар икән. Ула һөт аҙыҡтарының, сырҙарҙың төрлөлөгө, ҡамыр аштары, ит, балыҡ, колбаса, сәйҙәрҙең ниндәйе генә юҡ.
Мәҫәлән, Көйөргәҙе районы Ҡунаҡбай ауылынан Абдрахман Сөләймәнов киндер сәйҙәре етештерә икән. 2020 йылдарҙа был эш менән шөғөлләнә башлай. Тәүҙә әҙләп кенә үҫтереп ҡарайҙар, тора-бара ныҡлабыраҡ тотоналар был эшкә. Бер йыл элек киндерҙән май ҙа етештерә башлағандар. “Сәйҙәребеҙҙе күберәк сит өлкәләрҙән һатып алалар. Уның файҙаһы бик ҙур, кем аңлай, улар ала. Май эшләүгә һуңыраҡ ҡына тотондоҡ, шуға ныҡлап кеше белеп бөтмәй әле”, – тип һөйләй Абдрахман Сөләймәнов.
Микә районынан Гөлсәсәк Рамаҙанова кәзә һөтөнән сырҙар етештерә. Сырҙарының ниндәйе генә юҡ: төрлө үләндәр, тәмләткестәр ҡушылғаны ла, майҙа йөҙөп йөрөгәндәре лә. Бик йомшаҡ, тәмле генә үҙҙәре.
“Биш кәзәм бар. Үҙем һауам һәм сырҙар эшләп, баҙарға алып барып һатам. Кеше ала, килеме бар”, – ти Гөлсәсәк Варис ҡыҙы.
Фото:Автор фотоһы.