Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Ноября 2024, 12:13

Бюджет проекты тәүге уҡыуҙа ҡабул ителде

Бөгөн БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары сираттағы ултырышта республика бюджеты проектын тәүге уҡыуҙа ҡабул итте. Өс йылға иҫәпләнгән бюджет проектында килем өлөшө – 324 миллиард, сығым 328 миллиард һум тип күҙаллана. Дефицит (4 млрд һум) финанслау сығанаҡтары менән ҡаплана.

Бюджет проекты тәүге уҡыуҙа ҡабул ителдеБюджет проекты тәүге уҡыуҙа ҡабул ителде
Бюджет проекты тәүге уҡыуҙа ҡабул ителде

Бюджет проекты 2025 йылға һәм 2026 – 2027 йылдарға план осорона әҙерләнгән.

Был, әлбиттә, тәүге вариант. Икенсе уҡыуға параметрҙар федераль ҡаҙнанан килгән аҡса күләменә ҡарап төҙәтеләсәк. Бюджет декабрҙә тулыһынса ҡабул ителергә тейеш.

Әйткәндәй, ҡатмарлы осорға ҡарамаҫтан, республикала социаль бурыстар һәм кешеләргә булышлыҡ итеү саралары һаҡлана.

Иң күп сығым: мәғариф – 90 млрд, милли иҡтисад – 65,84 млрд, социаль сәйәсәт – 69 млрд һәм медицина 35,6 млрд һум.

Бюджет республиканың инфраструктураһын үҫтереүгә, уңайлы хәүефһеҙ мөхит булдырыуға, иҡтисадтың һәм социаль тармаҡтың ғилми-технологик үҫешен тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас