Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Ноябрь 2024, 10:35

Тоғро эттең өмөтө аҡланманы

Бөгөн Ҡариҙел районында булған тетрәндергес хәл хаҡында яҙғайныҡ. Белканың өмөтө аҡланманы.

Тоғро эттең өмөтө аҡланманыТоғро эттең өмөтө аҡланманы
Тоғро эттең өмөтө аҡланманы

4 көн элек Өфө йылғаһын велосипедта сығып китеп барғанда боҙ аҫтына киткән ирҙең кәүҙәһен бөгөн таптылар. Эҙләү эше ҡатмарлы шарттарҙа барҙы.

Билдәле булыуынса, 59 йәшлек ир, йортона юлды ҡыҫҡартам тип, велосипед менән йоҡа боҙ өҫтөнән үтергә була, әммә ярға 100 метр барып етмәйенсә боҙ аҫтына китә. Бәләгә тарыусыны күргән кешеләр шунда уҡ ҡотҡарырға маташа. Әммә ҡотҡарыусыларҙың берәүһе һыуға бата башлай. Уны ярға сығарып, шунда уҡ дауаханаға оҙаталар. Батып үлеүсенең влосипедын иһә икенсе көнгә генә ете метр тирәнлектә табалар.

Фажиғәле һәләк булыусыны тоғро дүрт аяҡлы дуҫы бөгөнгәсә бер ергә лә китмәй көтә. Әммә мөғжизә булмай. Бөгөн эт күҙҙәрендә өмөт һүнде.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас