Учалыла махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн ярҙам итеүселәр бихисап. Улар араһында "Рубин” – фронтҡа" акцияһы айырым урынды алып тора. Сөнки уны махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, генерал Шайморатов ордены кавалеры Рәил Ҡорамшин яуҙа батырҙарса һәләк булған “Рубин” позывнойлы танкист улы Альберт исеменән ойоштороп, бөгөн уның иҫтәлегенә арнап дауам итә.
Рәил Таяр улы 1963 йылда Учалы районы Ҡожай ауылында Ҡорамшиндар ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килгән. Ғаилә башлығы, механизатор, Силәбе өлкәһенең Октябрьск ҡасабаһында яҙғы сәсеүҙә булғанда, әсә кинйә балаһын йөкмәп, Ҡожайҙан Октябрьскийға тиклем алтмыш саҡрым араны йәйәү үткән. Был турала Рәил Таяр улы белмәҫ тә ине, ир ҡорона ингәс, уға бер ҡатын һөйләй: “Беҙ һине инәйең менән алмаш-тилмәш күтәреп алып барҙыҡ”. Яҡыны менән бәйле хәтирәләрҙең һәр береһе уҙаман өсөн алтындарҙан ҡиммәт, сөнки ул ете генә йәшендә ярты етем ҡалған: совхоздан бер нисә кеше, шул иҫәптән уның әсәһе лә, тракторға эләктерелгән арбаға тейәлеп, тирмәнгә китеп барғанда, арба ысҡынып, тау битенән тәгәрәп төшә һәм ауҙарыла...
- Әсәйебеҙ шунда йән биргән. Атай һуңынан өйләнде, үгәй инәйҙән тағы бер ҡустым бар, - тип һөйләй Рәил Таяр улы. – Балалар ас-яланғас булмаһын, тип атай ныҡ тырышты, хеҙмәт һөйөргә өйрәтте, беҙҙең барыбыҙҙы ла аяҡҡа баҫтырҙы. Вилә апай педагог һөнәрен һайланы, Хәснә апай крансы булып йорттар, биналар төҙөнө, Таһир ағай Ҡурғанда тимер юлы техникумын тамамланы, ә Вил ағай агрономға уҡыны. Мин дә Троицкиға техникумға барырға ниәтләгәйнем дә, килеп сыҡманы. Унынсыны бөткәс, атай, Таһир ағай менән бергә комбайнда иген урҙыҡ. Бар көстө һалып эшләп, ауылда социалистик ярышта беренсе урын яуланым. Аҙаҡ водителдәр курсын бөттөм, армияла Алыҫ Көнсығышта автомобилдәр ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иттем. Афғанстанда һуғыш башланғас, Кемерованан бер иптәш менән шунда барырға ғариза яҙғайныҡ, политрук, нимә, үлгегеҙ киләме, тип беҙҙе саҡ бәргеләп ташламаны. Әйткәндәй, ебәрмәһәләр ҙә, беҙгә ҡарата ихтирамдары бермә-бер артты... Армиянан ҡайтҡас, тағы ла комбайнда эшләнем, был юлы инде совхоз буйынса беренселекте алдым. Шул уҡ йылды яратҡан ҡыҙым Гүзәлгә өйләнеп, Себергә юлландыҡ. 1984 йылда Айгөл ҡыҙыбыҙ тормошобоҙҙо йәмләне, ике йылдан Рита ҡыҙыбыҙҙы ҡулға алып һөйөндөк, 1997 йылда Альберт улыбыҙ ғаилә ҡотон арттырҙы.
2002 йылда Ҡорамшиндар тыуған яҡҡа ҡайтып, Учалыла төпләнә: тәүҙә фатирҙа йәшәһәләр, һуңынан, ергә тартылғастары, участка һатып алып, йорт төҙөйҙәр. “Уралташ”та водитель булып эшләгән Рәил ағай 2018 йылда хаҡлы ялға сыға. Һәр көнгә һөйөнөп, донъя ағышына бирелеп, һәүетемсә генә йәшәп ятҡан саҡтарында махсус хәрби операция иғлан ителә. Илгә килгән яуҙан ситтә ҡала алмай, Рәил Таяр улы МХО-ға ирекмән булып барырға ҡарар итә. Ниәте менән бүлешкәс, улы Альберт, мин дә барырға уйлап йөрөй инем, ти. 25 йәшлек танкист егет ут эсенә атаһынан бер ай алдан эләгә. Альберт менән бәйләнеш өҙөлгәс, яҡындары уның өсөн бик ныҡ борсола. 2022 йылдың май аҙағында 59 йәшлек Рәил Ҡорамшин да үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға китә, “Барс-17" отряды составында взвод менән етәкселек итә. Улынан бер хәбәр булмағанға тынғы тапмаған өлкән сержант МХО зонаһына барып етеү менән улын эҙләргә тотона. Күп тә үтмәй уларҙың отрядын тап Альберт хеҙмәт иткән танк дивизияһына ебәрәләр. Батыр ир тулаған йөрәген йоҙроғона йомарлап, подразделение буйлап йүгереп йөрөп, Альбертты эҙләй. Уның ниндәй хәлдә булыуын белгән хеҙмәттәштәре лә битараф ҡалмай. Бер мәл ҡояштай балҡыған яҡташы Рәил Таяр улының ҡаршыһына йүгереп килгән ыңғайы әллә ҡайҙан һөрәнләп һөйөнсөләй: “Бында һинең улың! Альберт бында!”
Атай менән улдың осрашыуын күргән һәр кем күҙенә йәш ала, шул тиклем тулҡынландырғыс күренеш була. Рәил ағай бәхетенә ышанмай, улын ҡат-ҡат ҡоса. Ошо ҡосағынан ул балаһын һис ҡасан да ысҡындырмаҫ ине, ләкин хәрбиҙәрҙең йәшәйеше ҡырыҫ – ата менән улдың юлдары айырыла.
Бынан һуң Рәил ағай менән Альберт тағы ла өс тапҡыр күрешеү бәхетен кисерә. Февраль айында Рәил ағай яуҙа ауыр яралана. Тәненә ҡаҙалған тиҫтәләрсә снаряд ярсыҡтарының һигеҙен госпиталдә алалар, береһе үҙе сыға.
Альберт та әллә нисә тапҡыр яраланып, госпиталдә дауалана. Һуғышта ҡыйыулығы, фиҙаҡәрлеге менән айырылып торған танкист егет "Хәрби хеҙмәттәшлекте нығытҡан өсөн", ике тапҡыр "Батырлыҡ өсөн" миҙалына лайыҡ була.
Контракттары бөткәс, ата менән ул, фашизмдың ҡанһыҙлығын киноларҙан ғына күреп түгел, ә үҙҙәрендә татып, ыҙа сиккән халыҡты уйлап, яуҙаштарын да ташлай алмай, Сыбаркүлдәге хәрби часть аша тағы ла махсус хәрби операцияға бара.
...7 апрель иртәһендә "Рубин" хәрби машиналарҙы - мотоуҡсылар менән МТЛБ һәм БМП-ны оҙатыу бурысын ала. Тик асыҡ яланға сыҡҡан саҡта ғына уның танкыһын дошмандар шартлата. Ҡурҡыу белмәҫ ҡыйыу командирҙың - "Рубин" позывнойлы башҡорт егетенең ғүмерен снаряд өҙә. Командирҙы танктан сығара алмаған экипажы лагерға әйләнеп ҡайта һәм фажиғәле яңылыҡты еткерә... Шул ваҡытта хәрби хәрәкәт урынында булған Рәил ағай көндөҙ үҙе улының танкыһы шартлаған ергә бара, әммә кәүҙәне алып сыға алмайҙар, сөнки дрондар уларҙы утҡа тота. Артабан да танкыға яҡынларға ирек бирмәй дошмандар. 9 апрелдә иһә вәхшиҙәр танк люгына граната ташлап, уны тағы шартлата...
Тыныс тормошта бер ниһе менән дә тиҫтерҙәренән айырылмаған тыйнаҡ тәбиғәтле, аралашыуҙа ябай Альберт Рәил улы Ҡорамшин яуҙарҙа "Учалы" яҙыулы танкыһында арыҫландай алышып, неонацистарҙың ҡотон алған. Шуға ла уға айырым һунар иғлан ителгән. Хатта һәләк булғандан һуң да уны тыныслыҡта ҡалдырмағандар. Ни бары 5 майҙа ғына атаһына улының кәүҙәһен алып сығырға мөмкинлек тыуған.
Батыр яугирҙы 12 майҙа Учалыла һуңғы юлға оҙаттылар. Альберт Рәил улының иҫәбендә тар-мар ителгән 6 танк, 4 БМП, 2 БТР, 16 автомобиль, америка йөк автомобиле, иҫәпһеҙ-һанһыҙ терәк пункттары. Учалы егете етәкселегендәге взвод дошмандың биш йөҙгә яҡын тере көсөн юҡ иткән. Уның наградаһын - генерал Шайморатов миҙалын ноябрҙә ата-әсәһенә тапшырҙылар.
Һуңғы бер нисә ай Рәил Ҡорамшин махсус хәрби операция зонаһындағы егеттәребеҙ өсөн гуманитар ярҙам йыйып, йөктәрҙе алып барыу менән мәшғүл. Ошо көнгәсә ул ун тапҡыр гуманитар йөк алып барған (шул иҫәптән дүрт тапҡыр фуралар менән). Яҡташыбыҙ битараф булмағандарҙы үҙенең акцияһына ҡушылырға һәм дрон, тепловизор, рация, автомобиль техникаһын һатып алырға ярҙам итергә саҡыра. “Нива”, “УАЗ” һәм башҡа төрлө транспорт саралары ла ҡабул ителә (иҫке булһа ла).
- Транспорт - беҙҙең мобилизацияланған яугирҙар хеҙмәт иткән 428-се полкка һәм мин алдан хеҙмәт иткән 6-сы танк полкына, өс гуманитар йөк Шайморатов батальонына тәғәйенләнде - 2023 йылда мин шул батальон сафында дошмандарға ҡаршы һуғыштым, взвод менән етәкселек иттем, - ти Рәил Таяр улы. – Дошман ҡулланған дрондарҙан бик күп егеттәр һәләк була, техника сафтан сыға. Уларға ҡаршы көрәштең һөҙөмтәле ысулы - РЭБ-тар, улар беҙҙең яугирҙарға ныҡ кәрәк. Шуға аҡса йыябыҙ. Транспорт, запас частәр, шул уҡ тәгәрмәстәр ҙә ныҡ талап ителә.
Үкенескә, һуңғы арала ярҙам итеүселәр кәмене, һоранып йөрөүе лә ҡыйын. Бәлки, халыҡ ялҡҡан, арығандыр ҙа, ләкин егеттәребеҙҙе ярҙамһыҙ ҡалдырырға ярамай. Етеш йәшәгән кешеләр күп, уларға әйтһәң, эйе-эйе, аҡса күсерербеҙ, тиҙәр ҙә оноталар. Ундайҙарға икенсе тапҡыр өндәшеп тә тормайым, һәр кем үҙе аңларға, намыҫлы йәшәргә тейеш, тип иҫәпләйем.
Батыр, илһөйәр ул тәрбиәләгән, үҙе лә МХО-ла ҡатнашҡан Рәил Таяр улына гуманитар йөк әҙерләшергә һәр кем ярҙам итә - еңеүгә үҙ өлөшөн индерә ала.
Ниндәй ярҙам күрһәтә алаһығыҙ, ошо турала уның менән 8 961 048 9763 телефоны аша һөйләшегеҙ. Ошо уҡ номерға Рәил Таяр улына аҡса күсерергә мөмкин (“пожертвование” тип яҙырға онотмағыҙ, зинһар). Үҙенең улын яуҙа юғалтҡан яугирға кешенең аҡсаһы кәрәкмәй, тиненә ҡәҙәр гуманитар ярҙам йыйыуға тотона. Башҡа ата-әсәләрҙең улдары именлеге хаҡына йәнен бирергә әҙер ул:
- Һәр ярҙам унда кемдеңдер ғәзиз балаһының ғүмерен һаҡлай.
Фото: Рәил Ҡорамшиндың шәхси сәхифәһенән.