Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Ноябрь 2024, 09:45

Ерҙең уңдырышлылығын боҙғандар...

"Россельхознадзор" идаралығы белгестәре Учалы районында күсмә тикшереү үткәргәндә ҡом-ҡырсынташ сығарыусы карьерға юлыҡҡан.

Ерҙең уңдырышлылығын боҙғандар...Ерҙең уңдырышлылығын боҙғандар...
Ерҙең уңдырышлылығын боҙғандар...

Рейдта асыҡланған карьерҙың ҙурлығы 42 мең квадрат метрҙан ашыу булған. Төҙөлөш материалын сығарғанда ер рөхсәтһеҙ рәүештә тәләфләнгән. Агрохимик анализдан шул билдәләнгән: тупраҡтың уңдырышлы ҡатламына зыян килтерелгән.

Ул карьер Юлдаш ауылынан ситтәрәк, тип яҙа "Башинформ" агентлығы. "Россельхознадзор" белгестәре эш башҡарыусыға иҫкәртеү яһаған.

Законһыҙ йә рөхсәтһеҙ эшләгән карьерҙарҙы асыҡлау, контролләү һуңғы йылдарҙа көсәйҙе. Республикала 2021 йылда БР Башлығы ҡушыуы буйынса ер аҫтын файҙаланыу буйынса ведомство-ара комиссия эшләй башланы. Азат Бадранов етәкселегендә эш төркөмө карьерҙар буйынса күп етешһеҙлектәрҙе асыҡланы. 2021 - 2022 йылдарҙа файҙалы ҡаҙылмалар табыуға бәйле бюджетҡа һалым күләме лә үҫкән.

Фото: пресс-служба управления Россельхознадзора по РБ.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас