Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Ноябрь 2024, 17:45

Бала тәҙрәнән ҡолап төшкән

Был хәл Өфө ҡалаһында була. 

Бала тәҙрәнән ҡолап төшкәнБала тәҙрәнән ҡолап төшкән
Бала тәҙрәнән ҡолап төшкән

 

Киске сәғәт  7-ләр тирәһендә Өфө ҡалаһының диспетчерҙар хеҙмәтенә, Богдан Хмельницкий урамындағы 88-се йорттоң 3-сө ҡатындағы тәҙрәнән бала ҡолап төшкән, тип шылтыраталар.   Асыҡланыуынса, бала өйҙә атаһы менән генә булған.   Нидәйҙер бер мәлдә ул тәҙрәне асып, москит селтәренә таяна һәм аҫҡа ҡолап төшөү өсөн шул да етә.  

 Ерҙә ятҡан баланы үтеп барыусы кеше күреп ҡала һәм ашығыс хеҙмәткә шылтырата.

Бәхеткә күрә, бала иҫән ҡалған. “Ашығыс ярҙам” хеҙмәткәрҙәре  уны тикшереү өсөн дауаханаға алып барған.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас