Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Ноябрь 2024, 05:04

Ағиҙелдә - Өфө фән һәм технологиялар университеты

Ағиҙел ҡалаһы гимназияһында Өфө фән һәм технологиялар университеты кабинеты асылды. 

Ағиҙелдә - Өфө фән һәм технологиялар университетыАғиҙелдә - Өфө фән һәм технологиялар университеты
Ағиҙелдә - Өфө фән һәм технологиялар университеты

Абруйлы университет кабинетын асыу "Мәғариф" милли преоктының "Һәр баланың уңышы" федераль проекты маҡсаттары тура килә. Ул УУНиТ менән Ағиҙел ҡалаһы етәкселеге араһында төҙөлгән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ярашлы барлыҡҡа килде. Дәрестәрҙе университет уҡытыусылары ла, төрлө тармаҡтан тәжрибәле белгестәр ҙә алып барасаҡ. Төп маҡсат - уҡыусыларҙы фән һәм технологиялар нигеҙҙәре менән таныштырыу, хеҙмәт баҙарында кәрәккән заманса һөнәрҙәр тураһында мәғлүмәт биреп барыу.

 Фото: Муниципальное казенное учреждение "Отдел образования администрации городского округа город Агидель Республики Башкортостан".

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас