Илнур Сибай ҡалаһында Кәрим Ғилмишәриф улы менән Фәриҙә Мөждәбә ҡыҙы Ҡарабулатовтар ғаиләһендә тәүге бала булып тыуған. Һуңынан ғаиләләре Әбйәлил районына күсеп ҡайтып, ул Хәлил ауылында үҫә. Төрлө яҡлап һәләтле малай нимәгә тотонһа ла булдыра, бар нәмәгә өлгөрә. Тик “дүртле” һәм “бишле” билдәләренә генә өлгәшеп, яҡшы уҡый, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнаша, йыр-бейеү менән шөғөлләнә, спектаклдәрҙә лә оло теләк менән уйнай, футбол ярыштарынан да ситтә ҡалмай. Химия менән биология фәндәрен ныҡ яратҡан өлкән улдарына ҡарап, ата-әсә уның табип булыуы тураһында хыялланһа ла, баланы ситкә ебәрергә теләмәй. Илнур ата-әсәһен тыңлай, БДУ-ның Сибай институтына биология факультетына уҡырға инә, унда ла тырышып белем үрҙәренә үрләй, йәмәғәт эштәре уртаһында ҡайнай, төркөм старостаһы итеп һайлана. Ике йыл биолог һөнәренә уҡығандан һуң, илде һаҡлау – ирҙәр эше, тигән инаныста үҫкән егет, мин ике ҡустыма ла яҡшы өлгө булырға тейешмен, тип, академ отпуск ала ла, армияға хеҙмәт итергә китә. Һалдат бутҡаһын арыуыҡ тәмләгәс, оборона министрлығы менән контракт төҙөй, уҡыуын ситтән тороп тамамлап ҡуя.
Ауырлыҡтарға бирешмәгән, сослоғо, тәүәккәллеге, ныҡышмалығы арҡаһында кәртәләрҙе еңгән Илнур Ҡарабулатов Рәсәй Федерацияһының Ҡоро ер ғәскәрҙәре составындағы тактик берләшмәлә - Суворов орденлы 15-се айырым гвардия мотоуҡсылар Александрия бригадаһында хеҙмәт итә. Был берләшмә - Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәрендә берҙән-бер тыныслыҡ урынлаштырыу бригадаһы булып тора. Абхазияла, Сүриәлә, Таулы Ҡарабахта, Ҡырымда тыныслыҡ урынлаштырыуҙа, 2022 йылда махсус хәрби операцияла ҡатнаша башҡорт егете. Иң беренселәрҙән ут эсенә ингән Александрия бригадаһы яугирҙары легендар "Ҡара гусарҙар"ҙың данлы традицияларын дауам итеп, махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән алып күп һанлы ҡаһарманлыҡ һәм фиҙаҡәрлек күрһәтә. 16 йыл хеҙмәт дәүерендә уҡсынан бүлексә командирына, артабан взвод командиры урынбаҫарына, шунан рота старшинаһына ҡәҙәр үҫкән Илнур, контракты тамамланып, демобилизацияланғас, тыуған яғына ҡайта, участка урмансыһы булып эшкә төшә. Шул ваҡытта уны, беҙгә яуҙар аша үткән, ут-һыуҙы кискән, хәрбиҙәрҙең тормошон энәһенән-ебенәсә белгән хәрби кеше кәрәк, тип “Ватан һаҡсылары” фондына эшкә саҡыралар.
- Демобилизацияланғас, тәүге мәлдәрҙә тыныс тормошҡа өйрәнеүе лә, МХО-ла ҡатнашҡан иптәштәрҙе юғалтыуы ла бик ҡыйын булды, - тип һөйләй яугир. – Ошо фондта эшләй башлағас ҡына йөрәк урынына ултырғандай, сөнки яугирҙарға, уларҙың яҡындарына ярҙам итә алам. Был эш күңелемә яҡын. Яугирҙарҙың нимә кисергәнен яҡшы беләм, сөнки үҙем дә шуның аша үттем бит. Социаль координаторҙар Гөлназ Вәлиева, Дилә Ғәлиуллина менән минең ҡарамаҡта йөҙҙән ашыу махсус хәрби операция ветераны, яуҙарҙа һәләк булғандарҙың ғаиләһе. МХО-ла ҡатнашыусылар, уларҙың ғаиләләре менән осрашыуҙар ойошторабыҙ, төрлө саралар уҙғарабыҙ, ярҙам саралары хаҡында һөйләйбеҙ, көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙамлашабыҙ.
Ярҙамсыллыҡ – Илнурҙың иң төп сифаттарының береһе. Хас та ата-әсәһе кеүек, мохтаждарға һуңғы әйберен сисеп бирергә әҙер булған егет хәрби хеҙмәттә саҡта ла яҡташтарын, күрше Силәбе өлкәһе егеттәрен ҡанаты аҫтына алып, туплап, уларҙы ҡурсалап ҡына йөрөй, һәр кеменә ниндәй ярҙам кәрәк, хәленән килгәнсә барыһын да эшләй. Һәм әлеге эше уның булмышына тап килеп тора – Рәсәй Президенты В.В.Путиндың Рәхмәт хаты, “Хәрби фиҙаҡәрлек өсөн”, “Хәрби ҡаҙаныштар өсөн” миҙалдары менән наградланған, “Геройҙар дәүере” проектында ҡатнашҡан Илнур Кәрим улы үҙ урынында.
- Беҙҙең яҙмыш йөрөтәлер, тип уйлайым, - ти Илнур. - Беҙҙең атай моряк булып хеҙмәт иткән. Атайҙың йәшлегенең иң иҫтәлекле, сағыу осорон тасуирлаған армия фотоальбомын ҡарап, беҙ, өс улы, их, диңгеҙҙе күрергә ине, тип хыяллана торғайныҡ. Хыялыбыҙ тормошҡа ашты: мин - Ҡара һәм Урта диңгеҙҙәрҙе күрҙем, Замир ҡустым -Урта диңгеҙҙе, кинйәбеҙ Рамаҙан Балтика диңгеҙе буйында хеҙмәт итте. Яҙмыштың тағы ла бер ҡыҙыҡ күренеше: хәрби хеҙмәткә саҡырылған Замир контракт төҙөгәс, минең часҡа эләгеп, Сүриәлә күпмелер ваҡыт ҡулым аҫтында водитель булып хеҙмәт итте (2018 йыл йомғаҡтары буйынса беҙҙең частә мин – “Иң яҡшы бүлексә командиры”, ә Замир ҡустым “Иң яҡшы водитель” исеменә лайыҡ булды). Шул йылдарҙа Санкт-Петербургта авиабазала илгә бурысын ҡайтарған Рамаҙан Сүриәгә самолеттарҙы әҙерләүҙә ҡатнашып, беҙгә күстәнәстәр ебәрә торғайны! Шуның тура килеүен әйт һин уның, ғәжәп бит!
Беҙҙең арала һигеҙешәр йыл йәш айырмаһы. Бер ваҡыт, барыбыҙ ҙа хеҙмәттә саҡта, атайым, өс ул үҫтерҙем, беренән-бер файҙа күрмәйем– бесән сабырға кеше юҡ, тип көйөп ултырған, шуны хәҙер мәрәкә итеп иҫләп алабыҙ. Атай менән әсәй, ябай ауыл кешеләре, беҙгә яҡшы тәрбиә биргән, өсөбөҙ ҙә сәләмәт йәшәү яҡлы, тәмәке тартмайбыҙ, эскене лә яратмайбыҙ. Әлеге ваҡытта ҡустыларымдың икеһе лә Магнитогорск комбинатында эшләй. Замир өйләнгән.
Ата-бабалар рухына тап төшөрмәй, затлы нәҫел сылбырын дауам иткән Илнур ҙа Ишбулды ауылы һылыуы Нәрисә Шәфҡәт ҡыҙы менән татыу ғаилә ҡороп, Илмир исемле ул, Алина исемле ҡыҙ үҫтерәләр. Ҡарабулатовтар оҙаҡ йылдар Һамарҙа йәшәһә лә, телде ташламаған, балалары ла башҡортса һөйләшә, мәктәптә тырышып уҡый. Халҡыбыҙҙың данын арттырып, ең һыҙғанып йәшәр кәрәк, был донъяла беҙ ҡунаҡ ҡына, ти үҙ булмышына тоғро ҡалған яугир:
- Тормоштоң, бер-беребеҙҙең ҡәҙерҙәрен белеп йәшәйек!
Фото: И.Ҡарабулатовтың шәхси альбомынан.