Беҙҙекеләр булдырыр. Ураманы Красноусол кулинарҙары, БР Кулинарҙар, рестораторҙар һәм отельерҙар ассоциацияһы ағзалары Зифа Топычканова, Дина Платонова, Миңзәлә Исхаҡова бешерергә тотонған да инде.
Урама - башҡорт һәм тағы ла бер нисә халыҡтың яратҡан тәмлекәсе. Оҫтабикәләр һәр береһе 75 - 100 г ауырлығында 2100 дана урама бешереп, матур композиция яһаясаҡ. Ул Башҡортостан флагы төҫөндә буласаҡ. Тәмлекәсте форумда ойошторола торған гастрофестивалдә тәҡдим итәсәктәр. Унда килгән һәр кем ашап ҡарай ала.
Форум Өфөлә 26 - 27 ноябрҙә үтә.
Әйткәндәй, "Алтын ҡурай" йәмғиәте былтыр Рәсәй - Белоруссия форумында донъялағы иң ҙур ураманы бешергән.
Фото: russia-and-kazakhstan-forum.com/