Рәсәй Президенты ҡул ҡуйған закон менән чайлдфри йүнәлешен пропагандалау өсөн яза ҡәтғиләштерелде. Штрафтар күләме арттырылды. Ә сит ил кешеләре беҙҙә закон боҙһа, илдән ҡыуыласаҡ һәм (йәки) 15 тәүлеккә төрмәгә ябыласаҡ.
Штраф күләме 100 - 200 меңдән башлана һәм биш миллион һумға етә. Аныҡлабыраҡ әйткәндә, закон боҙған граждандар - 100 мең, вазифалы шәхестәр - 200 мең, ойошмалар бер млн һум түләйәсәк. Ә интернетта йәки киң мәғлүмәт сараларында законды үтәмәгән өсөн яза тағы ла ҡатыраҡ:граждандарға - 200 мең, вазифалыларға - 400 мең, юридик шәхестәргә дүрт млн һум.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.