"Стәрлебаш ауылынан ике машинала юлға сыҡҡан ылауҙы Шайморатов исемендәге муниципаль ирекмәндәр штабы етәксеһе Ринат Хөсәйенов, район Советы рәйесе Илдус Хәйбуллин, яҡташтарыбыҙ өсөн тырышып йөрөгән Арутр Йосопов етәкләй", - тип яҙа район хакимиәте башлығы.
Шулай уҡ Тәтер-Арыҫлан ауылы хакимиәте башлығы Айҙар Арыҫланов, район эшҡыуарҙары Илнур Әһлиуллин менән Илмир Йосопов та юлға сыҡҡан.
"Яҡташтабырыҙға бөтә кәрәкле әйбер алынды - автомобилдәр өсөн РЭБ, дрон детектроҙары, тепловизор, ике мотоцикл, блиндаж мейестәре, генераторҙар, йылы әйберҙәр, йоҡо ҡапсыҡтары, электр инструменттары, маскировка селтәрҙәре, төҙөлөш материалдары, медикаменттар, аҙыҡ-түлек, шәхси посылкалар", - тип яҙа Рөстәм Рахманғолов.
Һәм ул гуманитар ярҙам йыйыуҙа ҡатнашҡан һәр кемгә ҙур рәхмәтен еткерә.
Ылау имен барып етһен! Яугирҙарыбыҙ ҡыуанһын! Иҫән-һау, еңеү менән тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтырға яҙһын!
Фото: vk.com/rakhmangulov_rk