Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Ноябрь , 13:00

Электрон тәмәке тартыусылар иғтибарына!

"Вейп"ерҙар тәмәкенең хәүефһеҙен һайланыҡ, тип уйлаймы икән? Һис тә улай түгел шул. Табиптар ҡурҡыныс сир тураһында хәбәр итә.

Электрон тәмәке тартыусылар иғтибарына!
Электрон тәмәке тартыусылар иғтибарына!
Өфөнөң 5-се дауаханаһы табиптары электрон тәмәке тартыуға бәйле сир хаҡында һөйләгән. UfaTime.ru баҫмаһында яҙыуҙарынса, вейптың төп матдәләре - пропиленгликоль һәм глицерин. Эҫегәндә улар формальдегид, канцероген ацетальдегид, глиоксаль, акролеин кеүек матдәләр барлыҡҡа килтерә. Былар араһында тын юлдарын зарарлаусылары ла бар. Етмәһә, вейп өсөн шыйыҡлыҡта ароматизатор менән ҡуйыртҡыстар ҙа бар. Уларҙың да һаулыҡҡа кире йоғонтоһо кимәле асыҡланған.
Вейперҙарға етди сир һөжүм итә - ЕVALI. Үпкәне зарарлай ул. Тәүҙә температура күтәрелә, йүткерәләр, быуылалар, хәлһеҙләнәләр. Унан инде үпкә тамам сиргә һабыша. Уны компьютер томографияһы күрһәтәсәк. Ашҡаҙан да зыян күрә. 
Вейпты йәштәр күп тарта. Закон менән ҡаты тыйыуҙың ваҡыты етте лә бит...

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: