Фондтың республика филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина белдереүенсә, былтыр беҙҙә социаль координаторҙарҙы уҡытҡандар. Координаторҙар район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары урынбаҫарҙары менән берлектә эшләй. Был семинар ҙа шул маҡсаттан йыйылған.
- Дәүләт фондының вәкәләттәре киңәйә бара. Бығаса беҙ МХО ветерандары, уларҙың ғаиләләре менән эшләһәк, хәҙер хәбәрһеҙ юғалғандарҙы эҙләү менән дә шөғөлләнәбеҙ, ДНК алыу буйынса эшләйбеҙ. Фонд филиалдарында Оборона министрлығының хәрби-социаль үҙәге белгестәре лә эшләйәсәк. Беҙгә хәрбиҙәр һәм уларҙың ғаиләләре мөрәжәғәт итә ала, - тине Ҡолһарина.
Белеүегеҙсә, 2025 йыл Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылы тип иғлан ителде. БР Башлығының указы ла бар.
БР Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Урал Килсенбаев яугирҙарға ярҙамдың иң мөһим бурыс икәненә баҫым яһаны. Һәр яҡлап ярҙамдың һөҙөмтәһе ҙур буласаҡ. Шуға ла берлектә эшләү мөһим.
Министрлыҡтар вәкилдәре лә МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре менән эшләү буйынса тәжрибәләре тураһында һөйләне, булған проблемаларҙы атап, хәл итеү юлын күҙалланы.
Семинар-кәңәшмә аҙағында "Ватан һаҡсылары" дәүләт фондының республика филиалы МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә булышлыҡ итеү буйынса ведомство-ара комиссия, БР Мәҙәниәт министрлығы менән килешеүҙәр төҙөнө.
Бер нисә хакимиәт башлығы урынбаҫары һәм социаль координатор награда ла алды.
Фото: resbash.ru (А. Загиров)