Фонд һәм Мәскәү финанс-юридик университеты (МФЮА) бөтә Рәсәй конкурсын башлап ебәрҙе. Шулай уҡ Федераль казначейство, РФ Фән һәм юғары белем, Мәғрифәт министрлыҡтары, Финанс мониторингы буйынса Федераль хеҙмәт менән берлектә ойошторалар.
«Ватан һаҡсылары» дәүләт фонды етәксеһе Анна Цивилева белдереүенсә, һәйкәл проекты - беҙ ғәмәлгә ашыра торған мөһим башланғыс. Ни өсөн тигәндә, батырҙар онотолорға тейеш түгел.
Конкурста професииональ архитекторҙарҙан тыш, һәүәҫкәрҙәр ҙә, бөтә ҡыҙыҡһынған кеше лә ҡатнаша ала. Эштәр 2025 йылдың 28 февраленә тиклем ҡабул ителә. Ошонда ғариза тултырырға кәрәк: https://roskazna.gov.ru/ Федераль казначейство сайты. Конкурс шарттары ла шунда бирелгән.
Фото: vk.com/zashitnikiotechestvarb