Ғәҙәттә, янғын йылы миҙгелдә күп сыға, тиҙәр. Әммә юҡ. Ошо ноябрь айында ғына утта 14 кеше һәләк булған. Республикала көнкүреш янғындары ҡапыл ғына йышайған.
БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Кирилл Первов әйтеүенсә, 21 ноябрҙә генә дүрт кеше - өс ир, бер ҡатын янып үлгән. Дөйөм алғанда, Башҡортостанда йыл башынан 185 кешенең ғүмере янғында өҙөлгән.
Янғындар буйынса анализ яһағандар. Дөйөм күрһәткестең 55 проценты ут менән һаҡһыҙ эш итеү арҡаһында сыҡҡан янғындар. Мәҫәлән, тәмәке тартыу сәбәпле.
Үлгәндәрҙең араһында 135 кеше - ирҙәр. Яртыһы тиерлек иҫерек булған.
Янғында үлеүселәрҙең һәр өсөнсөһө - пенсионер, һәр бишенсеһе - эшһеҙ. Электр ҡорамалдарының төҙөк булмауы арҡаһында ла ут йыш сыға.
Зинһар, һаҡ булығыҙ!
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.