Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Ноябрь , 12:20

Фейктарға ҡаршы көрәш бара

Рәсәйҙә ағымдағы йылдың ғинуар-октябрендә 3,3 мең фейк асыҡланған. Ялған һәм хәҡиҡәткә тура килмәгән хәбәрҙәр мәғлүмәт киңлектәрендә уғата  хәүефле күренеш ул. Һуңғы осорҙа улар айырыуса йышланы.

Фейктарға ҡаршы көрәш бара
Фейктарға ҡаршы көрәш бара

Түбәндә "Диалог Регионы" коммерцияға ҡарамаған автономлы ойошмаһының аналитика бүлеге башлығы Сергей Маклаковтың фекере:

— Фейк - ул ялған йәки өлөшләтә ялған мәғлүмәт, йыш ҡына киҫкен эмоциональ характерҙа, һәм ниндәйҙер кимәлдә ниндәйҙер социаль хәүеф тыуҙыра. Фейктарҙы алдау һәм манипуляция маҡсатында булдырырға һәм таратырға мөмкин, шулай уҡ фейктарҙы белмәйенсә йәки үҙ брендына йәки продукцияһына иғтибарҙы арттырырға теләп баҫтырғандар ҙа бар. Әммә мәғлүмәт һуғышы буйынса һәм сәйәси шәхестәрҙе һәм ойошмаларҙы дискредитациялау өсөн булдырылған фейктар ҡурҡынысыраҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фейктар эшләү — ул беҙҙең көндәрҙә айырым һөнәр тип аталырға мөмкин булған законһыҙ эш. Фейктар йәмғиәт өсөн етди кире эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Улар йәмәғәт сыуалыштарына, паникаға, киң мәғлүмәт сараларына ышанмауға, һаҡлыҡты юғалтыуға, ҡиммәтле ориентирҙарҙы һәм ҡараштарҙы үҙгәртеүгә килтерә ала. Фейк конфликт ҡуҙғатыу, сәйәси оппоненттарҙы дискредитациялау һәм хатта нәфрәт таратыу өсөн ҡулланыла ала.

Сергей Маклаков фейкка ҡаршы көрәш алып барыу өсөн фактчекинг майҙансыҡтар булдырырға кәрәклеген белдерә. Һәм, әлбиттә, аҡты ҡаранан айыра белгән, халыҡҡа аңлата белгән тәжрибәле кешеләр ҙә кәрәк.

Беҙҙә "Фактчекинг по-башкирски" телеграм-канлы эшләй. Ярты йылда ғына 373 ялған хәбәр - фейк - кире ҡағылған. НИмәһе ҡыҙыҡ, 145 хәбәр "Пруфы" менән бәйле булған. Әле был мәғлүмәт баҫмаһына ҡарата суд эштәре лә бара. Штраф түләтеү ҡарары ла сығарылған. Шулай уҡ етәксеһенә ҡарата Киров район судында административ хоҡуҡ боҙоу эше тикшерелә. Киләһе ултырыш 10 декабргә билдәләнгән.

БР Журналистар берлеге рәйесе Вәдүт Исхаҡов белдереүенсә, һуңғы ваҡытта фейктар бер нисә тапҡырға артҡан. Бигерәк тә телеграм-каналдарҙа.

Фейктарға нисек ҡаршы торорға? Бында бер генә кәңәш - иғтибарлыраҡ булырға, тәнҡит күҙлегенән ҡарарға өйрәнергә, хаҡты ялғандан айыра белергә.

Фейк таратҡан өсөн штрафтар күтәрелде. 500 мең һумдан алып, хатта төрмәгә тиклем янай. Сығанаҡ: Электрогазета.рф

Фото: "Башинформ"

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: