+1 °С
Болотло
Кәрәкле аҙыҡ-түлек: 20 дана картуф (күп, тип аптырамағыҙ, етмәй ҡалыр әле, ти рецепты биреүселәр), өс-дүрт баш һуған, тауыҡ ите (үҙегеҙ самалағыҙ), 300 г сыр, ике пакет майонез, тоҙ, тәмләткестәр
Һуғанды ярымҡулсалап турап, майонезда маринадларға. Картуфты ла турап, тоҙлап, майонезда маринадларға. Тауыҡ итен дә шулайтырға (эйе!). Бер сәғәттән уларҙы ошондай тәртиптә ҡатлап бешерә торған ҡалайға һалырға: картуф, һуған, ит.
200 градус эҫе духовкала 40 – 50 минут самаһы бешерергә. Һуңынан өҫтөнә ҡырылған сыр, йәшел үлән һибеп, сыр ирегәнсе ултыртып торорға.
Тәмле булһын!