Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Ноябрь , 14:00

Был күнегеүҙәр аяҡҡа баҫып китергә ярҙам итә

Оло йәштәгеләр йыш ҡына ҡолап, бот муйынтығын һындыра. Быға, әлбиттә, олоғая бара һөйәктәрҙең ныҡлығы юғалыуы, йәғни остеопороз ғәйепле. Һыныуы-һыныу, әммә унан аяҡҡа баҫып китеүе бик ауыр.  Түбәндә тап ошо хәлдән һуң атлап китергә ярҙам итеүсе күнекмәләрҙе тәҡдим итмәксебеҙ. 

Был күнегеүҙәр аяҡҡа баҫып китергә ярҙам итә
Был күнегеүҙәр аяҡҡа баҫып китергә ярҙам итә

    Был дауалау физкультураһы комплексы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Склифосовский исемендәге институтта дауаланыу үтеүсе яралы һалдаттар өсөн профессор В. Гориновский тарафынан  уйлап табылған.

Күнегеүҙәр түшәктә ятҡан килеш эшләнә.  Уны бот муйынтығын һындырған көндөң иртәгәһенә үк эшләй башларға мөмкин. Бының өсөн карауаттың осона ауырыу ҡулдары менән уларға тотонорлоҡ итеп, яҫы билдбау йәки ныҡ ҡына бау бәйләп ҡуйыла. 

  1. Ятҡан килеш билбауҙың осон ҡулдарға алып тартылырға һәм кәүҙәне ҡалҡытып, тороп ултырырға. Көн һайын был күнегеүҙе арттыра барып, 30-ға тиклем еткерергә. Бер айҙан һуң уға икенсе күнегеүҙе өҫтәргә мөмкин.
  2. Билбауҙың ике осон да бер ҡулға тотоп, карауатта ултырырға һәм ипләп кенә аяҡтарҙы иҙәнгә төшөрөргә. Ултырған килеш тәүҙә – бер аяҡтың табанын, һуңынан икенсеһен иҙәндән айырмай ғына мөмкин тиклем алыҫыраҡ алға һәм артҡа шыуҙырырға. Тәүҙә көнөнә биш тапҡыр ошо күнегеүҙе эшләргә кәрәк, артабан яйлап арттыра барып, 30-ға тиклем еткерергә. Дауаланыу курсы – бер ай.

Был күнегеүҙәр ҡулдың  мускулдарын нығыта, һуңынан  ҡултыҡ таяҡтары менән йөрөгәндә еңелгә тура киләсәк. Бынан тыш, эстең мускулдары ла нығына. Шулай уҡ был күнегеүҙәр зыян күргән быуында һөйәк һөйәле барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итә.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: