Эсәктәрҙең ҡабарыуына килтереүсе аҙыҡтарҙы ашамаҫҡа тырышырға кәрәк, шулай уҡ ныҡ эҫе һәм ныҡ һыуыҡ ризыҡтар ҙа ярамай. Ваҡыты-ваҡыты менән ромашка төнәтмәһе менән укроп һыуы эсеү яҡшы һөҙөмтә бирә. Икенсенән, дарыу үләндәренән һәм әсе еләк-емештән, йәшелсәнән биткә япмалар ябыу файҙалы. Ҡулланыр алдынан уларҙы бер аҙ һыуытып алырға онотмағыҙ. Кемдең тиреһе майлы, уларға һуттарға – йомортҡа ағын, ә кемдәрҙең тиреһе ҡоро – һарыһын ҡушып ҡулланырға кәңәш ителә.
Тирене ҡара торма ла таҙарта
Был боронғо рецепт тире менән проблемалар булғанда бик яҡшы һөҙөмтә бирә. Бының өсөн ҡара торманы ҡырғыста ҡырып, һутын һығырға. Үҙенән үҫемлек майы ҡушып, салат эшләп кискелеккә ашарға. Ул – дауаланыуҙың бер өлөшө. Ә һуты менән йоҡлар алдынан битте (алдан таҙартып) йыуырға. Уның температураһы тән температураһы менән бер үк булырға тейеш, шунлыҡтан йыуыр алдынан уста бер аҙ тотоп торорға кәңәш ителә. Иртәнсәк ҡайнаған йылы һыу менән һабынһыҙ ғына йыуынырға һәм битте ромашка төнәтмәһе (бер стакан һыуға бер ҡалаҡ ромашка һалып, ярты сәғәт төнәтергә) менән сайырға. Был процедураны 3 – 12 тапҡыр ҡабатларға.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.