Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Ноябрь , 20:25

Үпкәнән һәм ҡурылдайҙарҙан ҡаҡырыҡты сығарыу өсөн

 Йүтәлләп ауырығанда  ҡаҡырыҡ  сыҡмай яфаланаһығыҙ икән, үләндәр менән дауаланып ҡарағыҙ. 

Үпкәнән һәм ҡурылдайҙарҙан ҡаҡырыҡты сығарыу өсөн
Үпкәнән һәм ҡурылдайҙарҙан ҡаҡырыҡты сығарыу өсөн

 

  1. Был шифалы төнәтмәне әҙерләү өсөн бер литр ҡайнар һыуға бер стакан балан емешен һалып, талғын утта 10 – 20 минут быҡтырырға. Һуңынан термосҡа ҡойоп, йәнә ике сәғәт тоторға. Әҙер булғас, бер нисә ҡат марля аша һөҙөп, көнөнә өс тапҡыр яртышар стакан төнәтмәгә бер балғалаҡ бал ҡушып эсергә.
  2. Таҙартылған торманы (редька) ваҡ ҡырғыста ҡырып, марля аша һутын һығып алырға. Тын юлдарынан ҡаҡырыҡты сығарыу өсөн, ас ҡарынға ике ҡалаҡ һутҡа бал ҡушып эсергә. Һөҙөмтәһе яҡшыраҡ булһын өсөн, халыҡ медицинаһы уны ҡулланыр алдынан ғына әҙерләргә ҡуша.
  3. Үпкәләрҙе һәм бронхаларҙы таҙартырға үләндәр төнәтмәһе әҙерләү өсөн бер өлөш үгәй инә үләне, әнис емеше, ике өлөш кейәү үләне, бесәй тырнағы тамыры алына. Бынан тыш, биш өлөш татлы тамыр үләненең тамырын әҙерләргә. Бөтә компоненттарҙы ваҡлап, быяла банкаға һалып бутарға.  Ошо бер ҡалаҡ төнәтмәгә  бер стакан таҙартылған һыу ҡойоп,  йылы урында ике сәғәт тоторға. Ике сәғәттән һуң, уны ҡайнатып сығарып, термосҡа ҡойорға һәм бер сәғәткә ҡалдырырға. Әҙер булғас, һөҙөп алып, тәүлегенә өс-дүрт тапҡыр ас ҡарынға ¼ стакан эсергә.
  4. Шулай уҡ үләндәр төнәтмәһен әҙерләү өсөн бер өлөш мәтрүшкә, ике өлөш бесәй тырнағы һәм үгәй инә үләне алына.  Бынан тыш, бер-ике балғалаҡ бал һәм ҡырғыстан үткәрелгән лимон ҡабығы кәрәк. Үләндәрҙең барыһын бергә ҡушып, яҡшы итеп бутарға. Бер ҡалаҡ үләндәр ҡатнашмаһына ике стакан һыу ҡойоп, талғын утта ҡайнатып сығарырға һәм термосҡа ҡойоп, ике сәғәт тоторға. Әҙер төнәтмәне марля аша һөҙөп алып, бал һәм лимон ҡабығы ҡушырға.  Был шифалы дарыуҙы көнөнә өс тапҡыр ашарҙан 20 минут алда 100-әр грамм эсергә. Дауаланыу курсы – өс көндән туғыҙ көнгә тиклем.
Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: