"СпецБетон+" компанияһы директоры Вячеслав Масленников Октябрьскийҙа тимер-бетон изделиелар етештереү цехы төҙөү буйынса проект менән таныштырҙы. Компания проектҡа 60 млн һум аҡса йүнәлтергә ниәтләй. 15 яңы эш урыны асыласаҡ.
Республиканың инвесткомитеты был проектты хупланы һәм өҫтөнлөклө статусы исемлегенә индерҙе. Уға ярашлы, һалым льготалары, ер участкаһын алғанда һәм финанслауҙа ташлама буласаҡ.
«Баҡалы ҡошсолоҡ фабрикаһы»ның генераль директоры Алмаз Сәхипгәрәев яңы комплекс төҙөү буйынса проекты тураһында һөйләне. 630 млн һум аҡса һалып, дүрт һарай, комбикорм заводы төҙөмәкселәр. 20 яңы эш урыны асыу күҙаллана. Әлбиттә, етештереү ҡеүәттәре үҫә. Инвестор ерҙе ҡуртымға алған, төҙөлөш башланған. Был проектҡа ла өҫтөнлөклө статусы бирелде.
Фото: БР Башлығы сайтынан.