+1 °С
Болотло
20 киптерелгән лавр япрағына ике стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 5 минут ҡайнатырға. Һуңынан 3 – 4 сәғәт термоста төнәтергә. Әҙер төнәтмәне өс көн эсендә әҙ-әҙләп йотомлап эсеп бөтөрөргә. Бер аҙнанан дауалауҙы йәнә ҡабатларға. Бындай дауаланыу курсын йылына бер-ике тапҡыр ғына үткәрергә рөхсәт ителә.
Бер стакан ваҡланған лавр япрағына бер стакан көнбағыш майы ҡойоп, өс аҙна төнәтергә. Һуңынан һөҙөп алып, быуындарға ыуыу өсөн файҙаланырға.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.