МХО яугирҙарына йәки уларҙың ғаиләләренә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре өсөн түләүҙе кисектергән осраҡта пеня өҫтәлмәйәсәк.
Бының өсөн бер ҡайҙа ла мөрәжәғәт итергә кәрәкмәй, урындағы хакимиәттәр идара компанияларында ошо ҡағиҙәне тотоу буйынса исемлек (МХО-ла ҡатнашыусыларҙың) тапшырған булырға тейеш.
Әгәр ҙә яугирҙың үҙе теркәлмәгән милке бар икән, шул күсемһеҙ милек урынлашҡан биләмә хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә - икенсе фатирҙы ла исемлеккә индерәсәктәр.