ИР-ЕГЕТТӘР
Ысын ир-егеттәр һирәк осрай: Улар әйткән һүҙен тоталар, Улар һүҙгә һаран, эшкә – йомарт, Тормош йөгөн төптән тарталар. Ысын ир-егеттәр киң күңелле, Ваҡ-төйәккә асыу һаҡламай, Кәрәк икән, ярҙам ҡулын һуҙа, Үткән үпкәләргә ҡарамай. Ысын ир-егеттәр уй-фекерен Һүҙ ыңғайы илгә фашламай. Хаталарҙы ул кисерә белә, Ауырлыҡта дуҫын ташламай. Ысын ир-егеттең үҙ башы бар – Ҡабатламай кеше фекерен, Ул хәҡиҡәт итеп иҫбатламай Бисә-сәсәләрҙең эс керен. Ысын ир-егеттең ышығында Ҡатын-ҡыҙға тыныс, уңайлы, Балалары уның шат, бәхетле, Ата-әсәләре ҡараулы. Ысын ир-егеттең мөхәббәте Бөтә ғүмеренә бер генә, Һайлап алған ошо берәүенән Айыра алыр һалҡын гүр генә. Ысын ир-егеттәр ил хәстәрен Иңдәренә һала аһ-зарһыҙ. Шундай ир-егеттәр тураһында Хыялланмай ниндәй ҡатын-ҡыҙ?! Фирүзә АБДУЛЛИНА