Баш ҡалабыҙҙағы Республика һуғыш ветерандары госпитале белгестәре оҙон ғүмерлелеккә 10 аҙымды атаған:
1. Бил тирәһендә май йыйылыуҙан ҡотолорға һәм мускул массаһын үҫтерергә.
2. Көнөнә кәмендә 400 г йәшелсә һәм емеш ашарға.
3. Һәр ашағанда аҡһымлы ризыҡ булһын, мәҫәлән, ошоларҙың береһе булһа ла: эремсек, ит, балыҡ, һөт, йомортҡа, ҡош ите.
4. Рационға файҙалы майҙарҙы индерергә: сәтләүек, көнбағыш еме, рафинирланмаған үҫемлек майы.
5. Омега-3 май кислотаһы булған ризыҡ ашарға. Мәҫәлән, балыҡ.
6. Е витамины запасы етерлек булһын. Сәтләүектәр ашарға.
7. D витамины кимәлен контролләргә.
8. Аҡ төҫлө ризыҡ ашауҙы сикләргә. Аҡ дөгө, ҡамыр аштары, манный ярмаһы, шәкәр һ.б.
9. Күберәк хәрәкәтләнергә. Тормошоғоҙҙо өс креслола - офистыҡында, автомобилдекенә һәм өйҙәгелә ултырып үткәрмәгеҙ.
10. Ыңғай социаль бәйләнештәр булдырырға!
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.