Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Ноябрь 2024, 09:43

"Үҫеш нөктәһе" балаларҙы ҡыҙыҡһындыра

Туймазы районының Серафимовкалағы махсус уҡыу-тәрбиә дөйөм белем биреү учреждениеһында асылған "Үҫеш нөктәһе" тәбиғи-ғилми һәм технологик йүнәлешле.

"Үҫеш нөктәһе" балаларҙы ҡыҙыҡһындыра
"Үҫеш нөктәһе" балаларҙы ҡыҙыҡһындыра

Үҙәк "Мәғариф" милли проектының "Заманса мәктәп" федераль проекты буйынса асылған.

"Үҫеш нөктәһе" биология, физика, информатика кабинеттарында эшләй. Бында 35 бала белем ала. Уларға дәрестән һуң шөғөлләнеү өсөн яңы йыһаздар алынған: ноутбук, һанлы микроскоп, робототехника йыйылмаһы, заманса лабораториялар. "Үҫеш нәктәһе"нә йөрөү балаларға бик оҡшай, ти мәктәп етәкселеге.

Фото: Администрация муниципального района Туймазинский район Республики Башкортостан.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: