Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Ноября 2024, 13:45

"Башҡортостан брендтары" конкурсы эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә юл аса

“Башинформ” мәғлүмәт агентлығында “Башҡортостан брендтары” телешоу-конкурсы йомғаҡтары буйынса матбуғат конференцияһы үтте.

"Башҡортостан брендтары" конкурсы эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә юл аса"Башҡортостан брендтары" конкурсы эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә юл аса
"Башҡортостан брендтары" конкурсы эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә юл аса

 Унда БР эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры урынбаҫары Алиса Ғибәҙуллина,   БР кесе эшҡыуарлыҡты үҫтереү фондының генераль директоры Элиана Сәйетова һәм  «Креатив индустриялар» номинацияһында еңеүсе Инна Чикиндиналар ҡатнашты.

Республика тауар етештереүселәренә ярҙам итеү  һәм төбәк брендын популярлаштырыуға йүнәлтелгән был конкурс республикабыҙҙа   өсөнсө тапҡыр ойошторолдо. Ойоштороусылар әйтеүенсә, быйыл конкурсҡа 127 ғариза тапшырылған.  Әйткәндәй, унда эшҡыуарҙар ғына түгел, ә теләге  һәм ниндәйҙер шөғөлө булған һәр кем ҡатнаша ала.   Ике аҙна дауамында улар өсөн тауыш биреү ойошторолған. Шуның һөҙөмтәһе буйынса 12 кеше финалға сыҡҡан.  Финалистар өсөн өҫтәмә һынауҙар үткәрелгәндән һуң, төрлө номинациялар буйынса еңеүселәр билдәләнгән.

    Мәҫәлән, “Креатив индустриялар” номинацияһында Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Инна Чикиндина еңеүсе исеменә лайыҡ була.  Уның “Ина Матур” ижади оҫтаханаһы заманса кейемдәргә милли биҙәктәр һалыу менән шөғөлләнә.

     — Минең өсөн был конкурста еңеү яулау бик ҙур әһәмиәткә эйә. Ул минең микробизнесымды артабан үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк.  Конкурстан һуң минең брендымды таный, күрә башланылар,  мөрәжәғәт итеүселәр ҙә артта. Әлегә минең ярҙамсыларым  юҡ, бар заказдарҙы үҙемә генә башҡарырға тура килә.  Киләсәктә эшемде социаль юҫыҡҡа йүнәлтеп, киңәйтергә ниәтләйем,   – ти Инна.

  «Төбәк брендтары» номинацияһында   Күмертау ҡалаһынан  Светлана Халфина беренсе урын яуланы. Улар ағас каркас конструкцияларҙан модулле йорттар төҙөү менән шөғөлләнә. 

   БР эҡыуарлыҡ һәм туризм министры урынбаҫары Алиса Ғибәҙуллина һөйләүенсә, “Башҡортостан брендтары кеүек конкурстар Башҡортостандың һәм  дөйөм Рәсәй  иҡтисады өсөн дә ҙур әһәмиәткә эйә.

 «Әлеге ваҡытта Башҡортостанда  138 мең кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты бар, был 2023 йылдың күрһәткестәренән 4,6 процентҡа күберәк.   Эшҡыуарҙарҙың яңы проект, яңы эш башларға ҡурҡмауын күрәбеҙ.  Бында “Башҡортостан брендтары” кеүек конкурстар ҙа үҙ ролен уйнай.   Шуныһы мөһим: конкурста үҙ ҡулдары менән  уникаль әйберҙәр тыуҙырыусы  кешеләр ҡатнаша.  Проекттың тағы бер өҫтөнлөгөн билдәләп үтер инем, ҡатнашыусылар араһында  Өфө ҡалаһы менән бер рәттән республиканың алыҫ райондарынан да  вәкилдәр бар», — тине Алиса Ғибәҙуллина.

Конкурстың авторы һәм ойоштороусыһы Элиана Сәйетова, йылдан-йыл  был проекттың концепцияһының үҙгәрә   һәм  ҡатнашыусылар һанының арта барыуы хаҡында һөйләне:

    — Тәүге конкурс “Башҡортостан һөнәрсеһе – Креатив инлдустрия оҫтаһы” тип аталды һәм бәләкәй ҡала һәм ауылдарҙа йәшәүсе оҫталарға ярҙам итеүгә йүнәлтелде. Беҙ халыҡ художестов сәнғәтен  популярлаштырыу менән шөғөлләндек.  Ул ваҡытта беҙҙең менән башлаған кешеләр хәҙер республикала ғына түгел, башҡа төбәктәрҙә лә танылыу яуланы.

Икенсе конкурс бер аҙ үҙгәрҙе. Беҙ унда етештереүселәрҙе лә өҫтәнек, сөнки республикала кесе эшҡыуарлыҡ та әүҙем үҫешә. Өсөнсө конкурс иһә ике йүнәлеште   лә берләштерҙе – Башҡортостан брендын һәм креатив индустрияны.

Фото:Автор  фотоһы. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас