Асҡын районының Ҡашҡа ауыл хакимиәте депутаты Вадим Шакируллин , яугирҙың әсәһенең үтенесе буйынса, ярылған утын менән ярҙам иткән. Хәрбиҙең яҡындарына хәҙер ҡышҡылыҡҡа утын әҙерләү хәстәре менән мәшәҡәтләнергә түгел.
МХО-ла ҡатнашҡандарҙың ғаиләләренә ярҙам – халыҡтың берҙәмлеген күрһәтә.
Ярҙам һуҙыусылар : «Яуҙа йөрөгәндәр тылда ҡалған яҡындары өсөн борсолорға тейеш түгел», – ти.