Был ваҡытта боҙҙоң ҡалынлығы 2 см ғына була. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡотҡарыусылар уның велосипедын сығарған, ә ирҙе тапмайҙар. Әлеге ваҡытта уны эҙләйҙәр. Мәрхүмде әле булһа ла тоғро Белка ҡушаматлы эте яр буйында көтә.
«Ирҙең туғандары этте алып ҡайтырға нисек кенә тырышмаһын, тоғро дуҫ хужаһын ҡабат осратыуға өмөтөн өҙмәй", – ти ҡотҡарыусылар.
Фото: Т. Аманов