Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Ноябрь 2024, 17:53

Сим-карта ғәмәлен оҙайтыуҙың хаҡы 500 мең һум

Өфөнән бер ҡатынға ялған "элемтә операторы" шылтыратып, артабан ҡулланыу өсөн сим-картаны яңыртыу кәрәклеге тураһында хәбәр итә. Бынан һуң телефон экранында "Рөхсәт итергә" тигән яҙыу ҡалҡып сыға. Ҡатынға ҡурҡмаҫҡа, раҫларға кәрәклеге аңлатыла.

Сим-карта ғәмәлен оҙайтыуҙың хаҡы 500 мең һумСим-карта ғәмәлен оҙайтыуҙың хаҡы 500 мең һум
Сим-карта ғәмәлен оҙайтыуҙың хаҡы 500 мең һум

Бынан һуң ҡатын смартфонында төрлө манипуляциялар башҡарылыуын асыҡлай, шул иҫәптән енәйәтсе банктың онлайн ҡушымтаһын аса. Ҡатын бөтә ғәмәлдәрҙе кире ҡағырға тырыша, әммә уңышҡа өлгәшә алмай. Шул саҡта ул банктың ҡыҙыу линияһына шылтырата һәм уға 500 мең һумдан ашыу күләмдә кредит бирелгәнен белә. Бынан һуң ул шунда уҡ полицияға мөрәжәғәт итә. Был турала Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте яҙа.

Полиция иҫкәртә! Әгәр һеҙгә кеҫә телефоны операторы исеменән шылтыратыу килә икән, һөйләшеүҙе туҡтатыу яҡшыраҡ. Элемтәгә ҡағылышлы бөтә һорауҙар буйынса ярҙам хеҙмәтенә үҙегеҙ шылтыратығыҙ йәки элемтә операторына мөрәжәғәт итегеҙ. Билдәһеҙ һандарҙан килгән шылтыратыуҙарға ышанмағыҙ, һәр ваҡыт килгән мәғлүмәтте тикшерегеҙ һәм билдәһеҙ кешеләрҙең кәңәше буйынса телефондарығыҙға таныш булмаған мобиль ҡушымталар ҡуймағыҙ! 

Фото: https://vk.com/mvdporespublikebashkortostan

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас