Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Ноябрь 2024, 17:26

Саҡ аҡсаһын һаҡлап ҡалған

Белоретта 55 йәшлек ҡатын мутлашыусылар арҡаһында бер миллион ете йөҙ мең һумдан ашыу аҡсаһын юғалта яҙған.

Саҡ аҡсаһын һаҡлап ҡалғанСаҡ аҡсаһын һаҡлап ҡалған
Саҡ аҡсаһын һаҡлап ҡалған

Ғариза биреүсегә популяр мессенджерҙан ят ҡатын шылтыратып, үҙен "элемтә компанияһы хеҙмәткәре" тип таныштыра. "Оператор" абонент номерының ғәмәлдә булыу ваҡыты тамамланыуы тураһында хәбәр итә һәм хеҙмәттәшлекте оҙайтҡанда тарифҡа яҡшы ташламалар вәғәҙә итә. Килешеүҙе оҙайтыу өсөн әңгәмәсе ғариза биреүсенән телефонға килгән кодты һорап ала. Һөйләшеү тамамланғандан һуң "оператор" бер нисә минуттан икенсе номерҙан тағы шылтырата. Был юлы сим-картаның ғәмәлен оҙайтыу өсөн экран күрһәтеү функцияһын ҡулайлаштырырға кәрәклеген әйтә. Ҡатын, смартфондың мөмкинлектәрен йүнләп белмәгәс, шылтыратыусының күрһәтмәләрен теүәл үтәй. Был ваҡытта уның телефонына бик күп смс-хәбәрҙәр килә, әммә зыян күреүсе быға әһәмиәт бирмәй.

Икенсе көндө ҡатын банк ҡушымтаһында 1,7 миллион һум күләмендә кредиттың рәсмиләштерелеүен асыҡлай, әммә аҡса әлегә уның иҫәбендә була. Ул шунда уҡ банкҡа шылтыратып, хәлде аңлата, кредитты ла, иҫәпте лә ябып ҡуя. Шул сәбәпле аҡсаны һаҡлап ҡала. 

Банк картаһынан урларға маташыу факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, оператив-эҙләү һәм тикшереү эштәре алып барыла, тип Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлегенән  Гүзәл Дронова хәбәр итә.

Полиция граждандарҙы таныш булмаған кешеләр менән телефон аша һөйләшмәҫкә, бер кемгә лә пароль һәм кодтар бирмәҫкә, шулай уҡ финанс хәүефһеҙлегенең элементар ҡағиҙәләрен үтәргә саҡыра.

Фото: https://vk.com/mvdporespublikebashkortostan 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас