Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Ноябрь 2024, 06:00

Халыҡ тауыш биргән

Хәҙер һуңғы һөҙөмтәләрҙе көтәбеҙ.

Халыҡ тауыш биргәнХалыҡ тауыш биргән
Халыҡ тауыш биргән

Өфөлә дуҫлыҡҡа арналған фотоконкурс ойошторолғайны - Ағиҙел яры буйындағы колоннаданың матурлығын күрһәтергә кәрәк ине. Кеше бик күп фото һалды, тип хәбәр итәләр Өфө ҡалаһы хакимиәтенән.

16 ноябрҙә иң яҡшы фотоға тауыш биреү тамамланды. Хәҙер һуңғы этап: 24 ноябргәсә жюри баһалай.

"Профессионалдар" төркөмөндә 36 фото ҡатнашҡан, 416 тауыш алған. "Һәүәҫкәрҙәр" төркөмөндә 112 фото ҡатнашып, 1148 тауыш йыйылған. 

Тәүге төркөмдә - 20, һәүәҫкәрҙәрҙең 45 иң яҡшы фотоһы һайлап алына.

Тиҙҙән еңеүселәр иғлан ителә. Уларҙың эштәре күргәҙмәләрҙә урын аласаҡ.

Фото: Город Уфа

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас