Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Ноября 2024, 04:42

"Дуҫлыҡ" ҡотло булһын!

Башҡортостандың район һәм ҡалаларында ял урындарын төҙөкләндереү дауам итә. Республика етәкселеге йәмәғәт биләмәләрен халыҡ өсөн уңайлы итеүгә ҙур иғтибар бүлә. Йәрмәкәй ауылында ошо көндәрҙә матур парк асылған.

"Дуҫлыҡ" ҡотло булһын!"Дуҫлыҡ" ҡотло булһын!
"Дуҫлыҡ" ҡотло булһын!

Йәрмәкәй районы үҙәгендә "Дуҫлыҡ" паркын «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекты буйынса яңыртҡандар.

Хәҙер бында яр буйы нығытылған, күперҙәр һалынған, ҡойма яңыртылған, балалар өсөн автоҡаласыҡ төҙөлгән, бәләкәстәргә юл ҡағиҙәләрен өйрәтеүгә ҡулай. Күп функциялы спорт майҙансығы ла һыйған, уңайлы сәхнә эшләнгән, йәйәүлеләргә һуҡмаҡ һалынған, эскәмйәләр ултыртылған. Йәйге кафе, модулле бәҙрәф, туристик билдәләр, заманса яҡтыртҡыстар, йомшаҡ япмалы балалар уйын майҙансығы, видеокүҙәтеү камераһы, фонтан, башҡа ял зоналары - барыһы ла бар.

Артабан ошо матурлыҡты һаҡларға, рәхәтләнеп ял итергә генә ҡала.

Фото: Администрация муниципального района Ермекеевский район.

"Дуҫлыҡ" ҡотло булһын!
"Дуҫлыҡ" ҡотло булһын!
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас