Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Ноябрь 2024, 14:30

Дәүләт ҡурайсылар ансамбле тәүге гастролдәргә юллана

Асҡын, Благовещен, Йомағужа, Стәрлетамаҡ, Талбазы, Салауат, Мәләүез, Ишембай... Ҡалалар, райондар, ҡасабалар исемлеге ҙур. Шулай уҡ Силәбе өлкәһендә һәм Татарстан республикаһында сығыш яһаясаҡ беҙҙең ҡурайсылар.  

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт ҡурайсылар ансамбле республика буйлап гастролдәргә сыҡты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, коллектив Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указы менән Башҡорт дәүләт филармонияһында ойошторолдо.

Программа «Урал», «Ҡаһым түрә», «Ашҡаҙар», «Ҡолой кантон», «Абдрахман», «Байыҡ», «Зарифа», «Ирмәк» башҡорт халыҡ йырҙары һәм көйҙәренән тора. Шул рәүешле коллектив халҡыбыҙҙың бай музыкаль мираҫы менән таныштыра. Шулай уҡ заманса эшкәртеүҙәге билдәле халыҡ көйҙәре яңғырай, был үҫеп килгән быуынға оҡшаясаҡ.

Дәүләт ҡурайсылар ансамбленең тәүге концерты Асҡында һәм Благовещенда үтте. Иртәгә улар Йомағужала, артабан Стәрлетамаҡта (23 ноябрь), Талбазыла (25 ноябрь), декабрҙә Салауатта, Мәләүездә, Ишембайҙа һәм республиканың башҡа ҡалаларында сығыш яһай. Ә 2025 йылдың башында Силәбе өлкәһендә һәм Татарстанда ҙур гастролдәр көтә.

- Беренсе гастролдәр - бик яуаплы мәл. Быға ныҡлап әҙерләндек. Беҙгә мөһим бурыс йөкмәтелгән – киң ҡатлам тамашасыға мәҙәни-эстетик һәм илһөйәрлек тәрбиәһе биреү, милли мәҙәниәтте һаҡлау һәм башҡорт музыка символын данлау. Шуға күрә беҙҙең төп эшмәкәрлегебеҙ башҡорт музыка мәҙәниәтен популярлаштырыу өсөн Башҡортостан һәм Рәсәй төбәктәре буйлап гастролдәргә йөрөү менән бәйле. Артабан ансамблде халыҡ йырҙары менән байытырға һәм халыҡ бейеүҙәре менән биҙәргә уйлайбыҙ. Бының өсөн коллективтың составын киңәйтәбеҙ, — тип уй-ниәттәре менән уртаҡлашты Дәүләт ҡурайсылар ансамбленең художество етәксеһе, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Айытҡолов.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас