Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Ноября 2024, 09:45

Радий Хәбиров Баймаҡ районы етәксеһенә уңыштар теләне

Бөгөн Республика менән  идара итеү үҙәгендә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Баймаҡ районының яңы етәксеһе менән таныштырҙы.  

Радий Хәбиров Баймаҡ районы етәксеһенә уңыштар теләнеРадий Хәбиров Баймаҡ районы етәксеһенә уңыштар теләне
Радий Хәбиров Баймаҡ районы етәксеһенә уңыштар теләне

  - Һеҙҙе яңы вазифағыҙ менән ҡотлайбыҙ, уңыштар теләйбеҙ!  Район һәйбәт, ныҡ, мин был хаҡта бер нисә тапҡыр әйткәнем бар, уны үҫтереүгә ҙур иғтибар  һәм аҡса бүленде. Хәл ителмәгән мәсьәләләр ҙә бар, артабан эшләгеҙ,  уңыштар, – тине республика Башлығы. 

Радий Хәбиров  Азамат Иҙрисовтың эш тәжрибәһе булыуын билдәләп үтте: ике йыл ул луганск Халыҡ Республикаһында Башҡортостан Республикаһы  вәкиле  булды, объекттарҙы төҙөкләндереү буйынса етди һәм яуаплы эш башҡарҙы.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас