Учалы районында ир менән ҡатын (46 йәшлектәр) кредитҡа алынған 2,5 миллион һум аҡсаһын биржала тиҙ табыш вәғәҙә иткән "инвестиция проектына" һала, әммә бер тин дә кире ала алмай.
Өфөлә 64 йәшлек пенсионер ҡатын, үҙенең банк иҫәбен боҙоп инеүҙәре тураһындағы хәбәрҙәргә ышанып, 2 миллион һумға кредит ала һәм аҡсаны, "хәүефһеҙ иҫәп"кә ышанып, мутлашыусыларға күсерә.
БР буйынса Эске эштәр министрлығы шикле шылтыратыуҙарға һәм законһыҙ операциялар тураһында хәбәрҙәргә ышанмағыҙ, тип иҫкәртә. Аҡсаны билдәһеҙ иҫәптәргә күсермәгеҙ, шәхси мәғлүмәттәрҙе һәм банк реквизиттарын билдәһеҙ кешеләргә бирмәгеҙ. Һаҡ булығыҙ!
Фото: https://web.telegram.org/a/#-1001721020242