Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Ноябрь 2024, 09:30

Хеҙмәткә арналған ғүмер

Ошо көндәрҙә Ҡыйғы районы үҙәгендә батыр ир-уҙаман Адик Зиннуров иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылған.

Хеҙмәткә арналған ғүмерХеҙмәткә арналған ғүмер
Хеҙмәткә арналған ғүмер

«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды эшмәкәрлеге йүнәлештәренең береһе – МХО ветерандарының иҫтәлеген һәм уларҙың батырлыҡтарын мәңгеләштереүгә йүнәлтелгән саралар ойоштороу.

Үрге Ҡыйғылағы мемориал да шул маҡсаттан барлыҡҡа килгән.

“Адик Рикз улы үҙ ғүмерен кешеләргә хеҙмәт итеүгә арнаны. Ул уҡсылар бүлексәһе командиры вазифаһында хәрби хеҙмәт юлы үткән Кавказ  аръяғында бандформированиеларҙы бөтөрөүҙә әүҙем ҡатнашҡан. Махсус хәрби операция биләмәһендә батырҙарса һәләк булған.

Зиннуров оҫта профессионал ғына түгел, ысын илһөйәр ҙә ине. Кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыу өҫтөн ҡуйылған осорҙарҙа ул һәр ваҡыт беренсе рәттә булған”, тип яҙалар “Ватан һаҡсылары” фондының Башҡортостан филиалы төркөмөндә.

Хәрби бурысын үтәүҙә күрһәткән батырлығы һәм фиҙакәр хеҙмәте өсөн ул Батырлыҡ ордены һәм генерал Шайморатов ордены менән наградланған (үлгәндән һуң).

Мемориаль таҡтаташтың 82-се янғын-ҡотҡарыу часы фасадына ҡуйылыуы ла символик әһәмиәткә эйә. Унда Адик Зиннуров 20 йыл буйына ҡарауыл начальнигы булып хеҙмәт иткән.

Таҡтаташ асылған тантаналы сарала, геройҙың туғандары һәм яҡындары менән бер рәттән, юғары дәрәжәле кешеләр, фонд филиалының социаль координаторы һәм башҡалар ҡатнашҡан. Батырҙар бер ҡасан да онотолмай!

Фото: Защитники Отечества | Башкортостан

Хеҙмәткә арналған ғүмер
Хеҙмәткә арналған ғүмер
Хеҙмәткә арналған ғүмер
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас