Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Ноябрь 2024, 09:50

Бизнес шерифтар институты кадрҙар әҙерләүҙә мөһим роль уйнай

Бөгөнгө оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Райди Хәбиров республикаға кадрҙар әҙерләү буйынса  бизнес-шерифтар институтының  ролен юғары баһаланы. 

Бизнес шерифтар институты  кадрҙар әҙерләүҙә мөһим роль уйнайБизнес шерифтар институты  кадрҙар әҙерләүҙә мөһим роль уйнай
Бизнес шерифтар институты кадрҙар әҙерләүҙә мөһим роль уйнай

«Беҙ бизнес-шерифтар менән насар эшләмәнек, был институт бик мөһим.   Киләһе йылдарҙа мин эшҡыуарҙар инициативаһын нығытыу өҫтөндә эшләргә теләр инем.  Беҙ күп эшләнек, күрһәткестәр яҡшы, әммә ул ғына әҙ – республиканы үҫтереү өсөн мөмкинлек табырға кәрәк”, – тине Радий Хәбиров. 

Билдәле булыуынса, бизнес-шерифтар институты урындарҙа эшҡыуарҙарға һәр яҡлап ярҙам күрһәтеү өсөн 1919 йылда булдырылған.  Биш  йылда  муниципалитеттарҙа 13 мең эшҡыуарлыҡ сәғәте ойошторолған, 20 меңдән ашыу проект ҡаралған, шуларҙың 50 процентынан ашыуы тормошҡа ашырылған, инвестициялар күләме  114,1 млрд һум тәшкил иткән, 26 меңдән ашыу эш урыны булдырылған. 

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас