Был хаҡта бөгөнгө оператив кәңәшмәлә ғаилә, хеҙмәт, халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Юрий Мельников хәбәр итте.
Уның әйтеүенсә, бөгөнгө көндә республикала 250 мең самаһы инвалид йәшәй, шул иҫәптән 20 мең бала.
«Инвалид-балаларға реабилитация ярҙамы күрһәтеү өсөн министрлыҡ системаһында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн биш дәүләт реабилитация үҙәге эшләй. Улар Нефтекама, Күмертау, Белорет һәм Өфө (2) ҡалаларында урынлашҡан. Быйыл октябрь айында “Салют” республика реабилитация үҙәге асылды. Бында реабилитациянан тыш, махсус программалар буйынса балаларҙы уҡытыу ойошторолған, медицина хеҙмәттәре күрһәтелә», — тип һөйләне Юрий Мельников.
Шулай уҡ 2019 йылдың сентябренән республикала инвалид-баланы реабилитациялау өсөн сертификаттар биреү механизмы тормошҡа ашырыла. 2024 йылда бөтәһе 155 млн һумлыҡ 3555 сертификат тапшырылған. 1 ноябргә ҡарата 3070 сертификат тормошҡа ашырылған һәм түләнгән.
Бынан тыш, Башҡортостандан инвалид-балалар һәм беренсе төркөм инвалидтары техник реабилитациялау сараларына сертификат алырға хоҡуҡлы. Бындай сертификаттың ҡулланыу ваҡыты – 6 ай. Әлеге көнгә 45,7 млн һумлыҡ 2413 сертификт бирелгән. 1 ноябргә ҡарата 2051 сертификат файҙаланылған һәм түләнгән.
Хеҙмәт, ғаилә һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы вәкиле оло йәштәге инвалидтарҙы социаль реабилитациялау мәсьәләһе тулыһынса хәл ителмәүенә иғтибарҙы йүнәлтте.
Башҡортостан Башлығы Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылына йомғаҡ яһау кәрәклеген билдәлене. Шулай уҡ республика Хөкүмәтенә йыл аҙағына тиклем Махсус операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә арналған йылдың тематик саралары тураһында ҡарарҙы раҫларға ҡушты.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.