Өфө медицина учреждениеһының 38 йәшлек хеҙмәткәренә билдәһеҙ кеше шылтыратып, үҙен "элемтә компанияһы хеҙмәткәре" тип таныштыра. Таныш булмаған кеше ғариза биреүсегә элемтә хеҙмәттәре килешеүен оҙайтыу кәрәклеге тураһында аңлата һәм паспорт мәғлүмәттәрен һорап ала.
Бынан һуң ҡатынға "банк хеҙмәткәре" шылтыратып, кемдеңдер уның исеменә кредит алырға маташыуы тураһында хәбәр итә. Аҡсаны һаҡлап ҡалыр өсөн "хәүефһеҙ иҫәпкә" күсерергә ҡуша. Мутлашыусыларҙың күрһәтмәләрен үтәп, ҡатын 600 мең һумдан ашыу суммаға кредит ала һәм аҡсаны аферистарға ебәрә.
Баш ҡалала йәшәгән 63 йәшлек ҡатынға "брокер компанияһы хеҙмәткәре" шылтыратып, акциялар һатып аҡса эшләргә тәҡдим итә, шул уҡ ваҡытта яҡшы эш хаҡы вәғәҙәләй. "Брокер" күберәк табыш алыу өсөн күберәк аҡса һалырға этәрә. Аферисҡа ышанып, ҡатын мутлашыусыларға 1 миллион 240 мең һумдан ашыу аҡса күсерә, әммә дивидендтарын ала алмай.
Был факттар тураһында Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: уяу булығыҙ. Әгәр һеҙгә законһыҙ операция тураһында шикле шылтыратыу килһә, әңгәмәне туҡтатырға кәңәш ителә. Аҡсаларығыҙҙы "хәүефһеҙ иҫәп"кә күсермәгеҙ, телефон аша таныш булмаған кешеләргә үҙегеҙҙең шәхси мәғлүмәттәрҙе һәм банк реквизиттарын бирмәгеҙ, таныш булмаған кешеләрҙең кәңәше буйынса телефонығыҙға үҙегеҙ белмәгән ҡушымталарҙы ҡуймағыҙ. Билдәһеҙ реквизиттар буйынса аҡса күсереүҙә һаҡ булығыҙ, тикшерелгән сайттарҙы ғына файҙаланығыҙ.
Фото: https://vk.com/mvdporespublikebashkortostan