Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Ноябрь 2024, 14:30

Милли опера премьераһы көтөлә

21 ноябрҙә Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрында Илмар Әлмөхәмәтов либреттоһына композитор Шәүрә Сәғитова ижад иткән “Төньяҡ Амурҙары” операһы күрһәтелә.  

Милли опера премьераһы көтөләМилли опера премьераһы көтөлә
Милли опера премьераһы көтөлә

Наполеон һуғыштары осорондағы француздар башҡорт яугирҙәрен уҡты оҫта ҡулланған өсөн “Төньяҡ Амурҙары” тип йөрөткән. Яңы әҫәр Башҡортостан тарихының тап ошо битенә – уның полктарының 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыуына бағышланасаҡ. Проект мәҙәни башланғыстар Президент фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла. Операның сюжеты ябай башҡорт һалдаттарының береһе – Рәсәй империяһы армияһының батыр һәм ғорур яугиры тормошона нигеҙләнгән. Ул 1812 йылғы Ватан һуғышын башынан аҙағына тиклем бөтә һынауҙарҙы үтә һәм тыуған яҡтарына ҡайта. Тамаша заманса милли опера буласаҡ, бөйөк тарихи ваҡиғаға ҙур өлөш индергән яугир-башҡорттарға хөрмәт күрһәтәсәк.

Операның композиторы – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Шәүрә Сәғитова. Либретто авторы Илмар Әлмөхәмәтов – драматург, режиссер, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Әлеге ваҡытта Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын етәкләй.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас