Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Ноябрь 2024, 04:30

Яңы мәҙәниәт йорто халыҡты ҡыуандырһын!

Благовар районының Иҫке Күсәрбай ауылында реконструкциянан һуң яңы мәҙәниәт усағы асылды.

Яңы мәҙәниәт йорто халыҡты ҡыуандырһын!Яңы мәҙәниәт йорто халыҡты ҡыуандырһын!
Яңы мәҙәниәт йорто халыҡты ҡыуандырһын!

Капиталь ремонт "Мәҙәниәт" милли проектының "Мәҙәни мөхит" федераль проекты буйынса эшләнде. Учреждениены яңыртыуға 7 млн һумдан ашыу аҡса тотонолған.

Хәҙер бында ҡыйыҡ та яңы, тәҙрә һәм ишектәр ҙә, иҙән дә. Заманса түшәм, йылытыу системалары, электр сымы ҡуйылған.

Әйткәндәй, клуб бинаһы 1964 йылда һалынған булған. Яңыртылған мәҙәниәт усағында күп матур сара үтһен, тигән теләктә ауыл халҡы.

Фото: Министерство культуры Республики Башкортостан.

Яңы мәҙәниәт йорто халыҡты ҡыуандырһын!
Яңы мәҙәниәт йорто халыҡты ҡыуандырһын!
Яңы мәҙәниәт йорто халыҡты ҡыуандырһын!
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас