Юбилей кисәһендә Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә әҙибәнең бәләкәстәр өсөн башҡорт һәм рус телдәрендә донъя күргән "Еләктәрҙә йәй еҫе" ("Ягоды пахнут летом") тигән китап та презентацияланды. Сарала баш ҡаланан яҙыусының ҡәләмдәштәре, журналистар һәм уның ижадын яратҡан китап уҡыусылар килде. Нәшриәтенең баш мөхәррире Зөлфиә Ҡарабаева һәм Балалар әҙәбиәте бүлеге мөдире Әлфиә Теләмова юбилярҙы ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе, ижади уңыштар теләне.
Ауылдаштары әҙерләгән концерт номерҙарына ҡотлауҙар һәм сығыштар бик матур үрелеп барҙы.