Беларусь Милли китапханаһында (Минск ҡалаһы) “Башҡортостан улдары Беларусь өсөн яуҙарҙа” китабының исем туйы үтте.
- Был китап Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Беларусь ерҙәрендә нацизмға ҡаршы һуғышҡан батыр яугирҙарыбыҙ – Башҡортостан кешеләре иҫтәлегенә арналған.
Мәҫәлән, 1943 йылдың ноябрендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы частарынан формалаштырылған 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы корпус составында Гомель-Речица һөжүм итеү операцияһында ҡатнашҡан. 14 ғинуарҙа Мозырь ҡалаһын фашист ғәскәрҙәренән азат таҙарталар, бының өсөн 16-сы кавалерия дивизияһы Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана, - ти яҙыусы, БР Яҙыусылар берлеге рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов.
Сарала төрлө дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, әҙиптәр ҡатнашҡан. Уға Минск ҡалаһында йәшәгән милләттәш ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ төҙөгән “Ләйсән” фольклор ансамбле матур сығыштары менән йәм өҫтәгән.