"Бөрйән шуравиҙары" тигән был китап - ысын мәғәнәһендә тарих китабы. Афған һуғышы батырҙарының исеме лә халҡыбыҙ тарихында урынын алырға, оло тарихтың бер шаңдағы булып мәңгелек хәтеренә уйылырға хаҡлы.
Байназар ауыл мәҙәниәт йортонда райондың 91 афғансыһы - шуравиҙар хаҡында бай йөкмәткеле мәғлүмәт туплаған китаптың исем туйы үтте. Сарала район хакимиәте исеменән йәштәр менән эш бүлеге етәксеһе Ә.Ямғурсин, район ветерандар советы рәйесе урынбаҫары А.Ырыҫҡолов, афған ветерандары, шуравиҙарҙың ҡатындары, туғандары, мәктәп уҡыусылары ҡатнашты," - тип хәбәр итә "Таң" гәзите үҙенең рәсми төркөмөндә.