Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Ноябрь 2024, 15:36

Уға бер ҡасан да 65 йәш булмаясаҡ...

Белорет районының Үҙәнбаш ауылында янғында һәләк булған ирҙең үлеме сәбәптәре асыҡлана.

Уға бер ҡасан да 65 йәш булмаясаҡ...Уға бер ҡасан да 65 йәш булмаясаҡ...
Уға бер ҡасан да 65 йәш булмаясаҡ...

Йорт, мунса, хужалыҡ ҡаралтыларына ут тоҡанып, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре уны һүндергән.

Янғынды тикшереүҙе Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтишсеһе үткәрә. Урында тәфтиш-оператив төркөм эшләй. Яҡынса фаразлауҙар буйынса, янғын тәмәке тартыуҙан килеп сығыуы ихтимал, шулай уҡ янғын сығыуҙың башҡа версиялары ла ҡарала.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә:

- янған тәмәкене ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ;

- тәмәке өсөн көл һауыты булһын;

- тәмәке төпсөгөн яҡшылап һүндерегеҙ.

Фото: МЧС РБ.

Уға бер ҡасан да 65 йәш булмаясаҡ...
Уға бер ҡасан да 65 йәш булмаясаҡ...
Уға бер ҡасан да 65 йәш булмаясаҡ...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас