Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Ноябрь 2024, 16:30

Хәмит ауылының һандуғасы!

Әбйәлил районының Хәмит ауылында йәшәгән Вилдан Хәйҙәр улы Зәйнишев бәләкәй сағынан профессиональ йырсы булырға хыяллана. Әммә хыялдарын сир селпәрәмә килтерә... Бер нимәгә ҡарамаҫтан, көслө рухлы егет һынмаған, сәнғәткә тоғро ҡалған! Ошо көндәрҙә "Рухы көслө - баш эймәҫ" район конкурсында гран-при яулаған Вилданды ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! 

Хәмит ауылының һандуғасы!Хәмит ауылының һандуғасы!
Хәмит ауылының һандуғасы!

Уның турала "Осҡон" гәзите, район мәҙәниәт йортонда Вилдандың йондоҙло сәғәте буласаҡ, тип яҙа:

- Хәмит ауылынан Вилдан Зәйнишевты республика күләмендәге йондоҙ тип атарға ла мөмкин. Йәш кеше үҙенең саф һәм тәрән тауышы менән һәр кемдең күңелен яулай. Тап шуға күрә талантлы башҡарыусы күп тапҡырҙар республика, төбәк-ара, бөтә Рәсәй конкурстарында еңеүсе була.
Вилдан Хәйҙәр улы күҙ буйынса беренсе төркөм инвалиды, 2014 йылдан алып Әбйәлил районы инвалидтары ойошмаһының әүҙем ағзаһы. Вилдан вокал менән шөғөлләнә, баянда уйнай. Ата-әсәһе бәләкәйҙән уның һәләтен үҫтерергә тырыша, шуға күрә уның сәхнәлә сығыш яһауға ынтылышын хуплай. Вилданды 100 км самаһы алыҫлыҡтағы Асҡар музыка мәктәбенә дәрестәргә йөрөтәләр.
Малай профессиональ йырсы булырға хыяллана һәм үҙен ҙур сәхнәлә күрә. Әммә киләсәккә булған бөтә яҡты пландар юҡҡа сыға. 6-сы класта уҡығанда уның башына ашығыс операция талап ителә. Операция һөҙөмтәһендә уҡыусы малай һуҡыр булып ҡала. Шуға күрә музыка мәктәбендә уҡыуын ташларға мәжбүр була.
Әммә, Вилдан Зәйнишев оптимизмын һәм ижадҡа һөйөүен юғалтмай. Төрлө сараларҙа сығыш яһауын дауам итә, һәүәҫкәрҙәр кимәлендә булһа ла, конкурстарҙа ҡатнаша. Хәҙер Вилдан районда ғына түгел республика, Бөтә Рәсәй конкурстарында еңеп, билдәлелек яулаған.
20 ноябрҙә 15.00 сәғәттә район мәҙәниәт йортонда Вилдан Зәйнишев “Моңға сорналып” тип аталған концертта үҙенең дуҫтарын, туғандарын һәм тамашасыларын йыя. Инеү түләүле. Пушкин картаһы ғәмәлдә.

Йыр-моң яратҡан һәр кем Вилдандың концертына барып, талантлы егеттең сығыштарын алҡыштарға күмһен!

Фото һәм видео: https://vk.com/public113781258

Хәмит ауылының һандуғасы!
Хәмит ауылының һандуғасы!
Хәмит ауылының һандуғасы!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас